Новости
6 Апреля 2023, 10:51

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел тураһында иҫкәртә

Башҡортостанда алдағы тәүлектә һауа торошоноң боҙолоуы фаразлана — урыны менән елдең тиҙлеге секундына 18 метрға етеүе ихтимал. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел тураһында иҫкәртәҒәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел тураһында иҫкәртә
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ел тураһында иҫкәртә

 

7 апрелдә көндөң аяҙлы-болотло булыуы фаразлана. Урыны менән бер аҙ ямғыр һәм ҡар яуыуы мөмкин. Һауа температураһы төндә -2, +3°, төньяҡ һәм таулы райондарҙа -7°, көндөҙ +4, +9°. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында төндә һәм иртән томан, 500-1000 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.

Автор:
Читайте нас