

«Хәбиров — һүрәттәремдең яратҡан геройы булыуын һәм минең иң яҡшы килеп сығыуын бер ҡасан да йәшермәнем. Тыуған көнгә ниндәй бүләк иң яҡшыһы? Әлбиттә, үҙ ҡулың менән эшләгән әйбер. Бына мин һүрәттәр төшөрҙөм. Ул республика халҡының да күңеленә хуш килер тип ышанам», — ти Камил Буҙыҡаев.
Башҡортостан Башлығы төшөрөлгән стикерпактар коллекцияһын Telegram-каналда ҡулланыу өсөн бына ошо һылтанма, ә WhatsApp өсөн бында алырға мөмкин (ҡуйыу өсөн бушлай ҡушымта күсереп алырға кәрәк).