Новости
20 Марта 2023, 10:07

Халыҡ-ара башҡорт теленән диктант яҙыу акцияһында уҡыласаҡ текстар өсөн конкурс иғлан ителә!

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды йыл да үткәрелгән Халыҡ-ара башҡорт теленән диктант яҙыу акцияһында уҡыласаҡ текстар өсөн конкурс иғлан итә.

Халыҡ-ара башҡорт теленән диктант яҙыу акцияһында уҡыласаҡ текстар өсөн конкурс иғлан ителә!Халыҡ-ара башҡорт теленән диктант яҙыу акцияһында уҡыласаҡ текстар өсөн конкурс иғлан ителә!
Халыҡ-ара башҡорт теленән диктант яҙыу акцияһында уҡыласаҡ текстар өсөн конкурс иғлан ителә!

Конкурсҡа өс төрлө темаға текстар ҡабул ителә:
- башҡорт телен иркен белеү кимәле (220 һүҙҙән артмаҫҡа тейеш) - Башҡортостанда Кесе Ватан өсөн файҙалы эштәр йылына арналған текст;
- башҡорт телен яңы өйрәнә башлаған (150 һүҙҙән артмаҫҡа тейеш) Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылына бағышланған текст;
- башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында (150 һүҙҙән артмаҫҡа тейеш) - «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» Халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары союзы иғлан иткән Фән һәм мәғариф йылына арналған текст.

🌐 Эштәрҙе bashdiktant2023@mail.ru электрон почтаһына 3 апрель 23:00 тиклем ебәрә алаһығыҙ.

Һәр йүнәлештә бер еңеүсе буласаҡ, улар 5000 кимәлендә приз ала һәм автор тексы Халыҡ-ара башҡорт теленән диктант яҙыу акцияһында уҡыла. Еңеүселәр ойоштороу комитеты тарафынан билдәләнә.

#БашФонд #БашҡортТеле #БашДиктант2023

Автор:
Читайте нас