

Башҡортостандың Милли музейы «Музейҙа матур осрашыу» проекты сиктәрендә ойошторолған «Самауырлы ритайым»ға саҡыра. Баян, ҡурай, гитара моңдарына, күңелле көй-йырҙарға, дәртле бейеүҙәргә күмелгән рухлы осрашыу 15 мартта уҙасаҡ.
«Яҙҙың йәмле кисендә дуҫтарығыҙ менән осрашып аралашып, республиканың төп музейы залдары буйлап сәйәхәт ҡылып, музей фонды экспонаттары менән биҙәлгән тирмәлә милли кейемдәрҙә фото төшөп, хуш еҫле сәйҙәр эсеп, рәхәтләнеп ял итеп ҡайтырға саҡырабыҙ», - ти музей хеҙмәткәрҙәре. - Күңелдәрҙе йылытыр, йөрәктәрҙе дәртләндерер осрашыуҙар була. Музейҙағы матур осрашыу нәҡ ошондай күркәм сараларҙың береһе ул».
Сара 18:00 сәғәттә башлана.