Тыуған илгә һәм хәрби бурысҡа тоғролоҡ символы булған был байрам бөгөн айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Элек-электән ир-егеттәр илдең терәге, һаҡсыһы, ҡурсалаусыһы булған, әле лә егеттәребеҙ, ғүмерҙәрен аямай, тыныслыҡ хаҡына көрәшә.
Бөгөнгө байрам көнөндә беҙ Тыуған илебеҙ именлеге һағында тороусыларҙы, уның азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеүселәрҙең барыһын да ихлас ҡотлайбыҙ. Ватан хәрби бурысын намыҫлы үтәгән үҙ улдарын һәм ҡыҙҙарын бер ваҡытта ла онотмаясаҡ!