

«Прометей. Олимптың ҡолауы» — кешелек үҫешенең төп осорҙарын сағылдырған драматургик трилогияһының («Прометей. Олимптың ҡолауы», «Салауат тураһында йыр» һәм «Бафомет менән брудершафт») беренсе өлөшө.
— «Прометей»ҙа төп геройҙың утыҙ мең йыл тотҡонлоҡтан һуң азат ителеүе һәм кешелектең иудаизм динен алыуы күрһәтелә. Ҡаҙағстандың Фараби исемендәге халыҡ-ара әҙәби премияһына лайыҡ булған «Салауат тураһында йыр» трагедияһында башҡорт халҡының Салауат Юлаев етәкселегендә азатлыҡ өсөн көрәше сағылдырыла. «Бафомет менән брудершафт» кешелектең хәҙерге тормошо һүрәтләнә, — тип һөйләне автор.
Флүр Ғәлимов — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Фараби исемендәге халыҡ-ара әҙәби премия, Рәсәйҙең ҙур әҙәби премияһы, В. Катаев исемендәге әҙәби премия лауреаты. 15 китап авторы, шуларҙың дүртәүһе «Китап» нәшриәтендә баҫылған, ә ҡалғандары алыҫ һәм яҡын сит илдәрҙә донъя күргән.