

Вербатим – документаль театрҙың бер формаһы, ул интервьюға таяна. Документаль театрҙың үҙенсәлеге шунда: бында бер һүҙ ҙә уйлап сығарылмаған, спектакль өсөн материалды авторҙар замандаштарҙан йыйған, ябай кешеләр һөйләгәнде видеоға яҙҙырып алған. Актерҙар уларҙың интонацияһын, үҙ-үҙҙәрен тотошон, телмәрен ҡабатлап күрһәтә. Был геройҙар тамашасыға үҙҙәрен, таныштарын хәтерләткәндәй тойолор.
Спектаклдә күтәрелгән киҫкен мәсьәләләр бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Йәш актёрҙарҙың һәр береһендә бер нисә роль, монологтар бар.
Спектакль башҡорт телендә бара.
Режиссеры - Рима Харисова.
Киске 6-ла башлана.
Билеттар: vk.cc/cllzpu
Сығанаҡ: https://kulturarb.ru