Новости
8 Февраля 2023, 17:50

Башҡортостандың Милли музейында яҙыусы Лира Яҡшыбаева менән осрашыу уҙасаҡ

15 февралдә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында «Бөтәбеҙгә бер Ер шары» тип аталған әҙәби кисә үтәсәк. Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе танылған яҙыусы, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рамазан Өмөтбаев, Жәлил Кейекбаев һәм Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге премиялар лауреаты Лира Яҡшыбаева менән ҡыҙыҡлы осрашыу көтә.

Башҡортостандың Милли музейында яҙыусы Лира Яҡшыбаева менән осрашыу уҙасаҡБашҡортостандың Милли музейында яҙыусы Лира Яҡшыбаева менән осрашыу уҙасаҡ
Башҡортостандың Милли музейында яҙыусы Лира Яҡшыбаева менән осрашыу уҙасаҡ

Сара Башҡортостандың яҙыусылар ойошмаһы менән берлектә Уҡытыусы һәм остаз йылы сиктәрендә уҙғарыла.

Осрашыуға Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты вәкилдәре, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия һәм Өфө фән һәм технологиялар университеттары студенттары, Рәсәй Ислам университеты шәкерттәре саҡырылған. Шулай уҡ кисәгә теләге булған һәр кем килә ала.

Саранан һуң ҡунаҡтарҙың Башҡортостан Милли музейының даими һәм ваҡытлы экспозициялары менән танышыу, яҙыусы менән аралашыу һәм автограф алыу мөмкинлеге буласаҡ.

Кисә көндөҙгө 12-лә башлана.

 

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru

 

 

Автор:
Читайте нас