Беренсе урынға Учалы районы Учалы ауылы Ә.Ғ. Хөснөтдинов исемендәге дөйөм урта белем биреү мәктәбенең 11-се класы уҡыусыһы Айһылыу Сибәғәтуллина лайыҡ булды.
Икенсе урынды Волга буйы федераль округының Ишембай ҡалаһындағы башҡорт кадет корпусы уҡыусыһы Искәндәр Иҫәнюлов, Баймаҡ ҡалаһы 5-се лицейынан Айлина Хажина, Учалы ҡалаһы С.Ш. Йыһаншин исемендәге 1-се башҡорт лицейынан Роза Юлбирҙина яуланы.
Өсөнсө урынға Учалы ҡалаһы 10-сы мәктәбенән Алтынай Хәйретдинова менән Наҙгөл Мөхәмәҙиева , Учалы ҡалаһының 3-сө лицейынан Замир Зәйнышев сыҡты.
“Диктор тауышы” республика асыҡ конкурсы йыл һайын ойошторола.