Все новости
Новости
6 Февраля 2023, 10:26

«Китап» нәшриәте Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының етем балаларына ярҙам күрһәтергә саҡыра

14 февралдә Халыҡ-ара китап бүләк итеү көнө билдәләнә. «Һөйөү менән китап бүләк итегеҙ» етенсе дөйөм Рәсәй акцияһы барышында Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте республика халҡын акцияға ҡушылырға саҡыра.

«Китап» нәшриәте Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының етем балаларына ярҙам күрһәтергә саҡыра
«Китап» нәшриәте Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының етем балаларына ярҙам күрһәтергә саҡыра

Быйыл нәшриәт Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларынан килгән етем балаларға ярҙам күрһәтә.

Акцияға теләгән һәр кем ҡатнаша ала:

1. «Китап» магазиндарында 15 процент ташлама менән балалар өсөн китаптар һатып алырға:

- Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 2-се йорт;

- Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46-сы йорт;

2. Китаптарҙы «Китап» магазиндарына тапшырырға.

Йыйылған китаптар Учалы, Күмертау ҡалаларында һәм Күгәрсен районында йәшәүсе Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларының етем балаларына тапшырыласаҡ.

Ошо уҡ акция сиктәрендә нәшриәт Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се Башҡорт республика балалар йорто китапханаһына китаптар һәм китап кәштәләре бүләк итә.

 

Сығанаҡ: https://kulturarb.ru

 

 

«Китап» нәшриәте Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының етем балаларына ярҙам күрһәтергә саҡыра
«Китап» нәшриәте Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларының етем балаларына ярҙам күрһәтергә саҡыра
Автор:
Читайте нас: