

"Бик оҙаҡ йылдар бергә эшләнек, ҙур проекттар башҡарҙыҡ. Мортаза Ғөбәйҙулла улы һәр эшкә бик етди ҡараны, кешелекле ине, тәжрибәһе лә ҙур булды. Мин эшләй башлағас: "Ашығып эшләмә эшеңде, алғараҡ ҡара ", - тип кәңәш бирҙе. Нәсихәттәрен үтәп, ҙур, ныҡлы команда булдыҡ".