Новости
20 Декабря 2022, 14:14

Милли баҫмалар журналистары семинарға йыйылды

Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто тарафынан уҙғарылған сарала башҡорт һәм татар телдәрендә нәшер ителгән республика баҫмалары журналистары ҡатнашты.

Милли баҫмалар журналистары семинарға йыйылдыМилли баҫмалар журналистары семинарға йыйылды
Милли баҫмалар журналистары семинарға йыйылды

 

Агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов белдереүенсә, журналистар өсөн үҙ-ара аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу бик мөһим. Был йәһәттән аныҡ пландар билдәләнгән. Мәҫәлән, киләһе йылда район-ара ижади берләшмәләре нигеҙендә осрашыуҙар тергеҙеләсәк.

“Кызыл таң” гәзитенең компьютер бүлеге мөдире Азамат Абдрафиҡов баҫмаларҙың социаль селтәрҙәге роле, төркөмдәрҙе, сайттарҙы үҫтереү ысулдары менән таныштырҙы, мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең конкрет юлдарын барланы.

Сер түгел - гәзит-журналдарҙа орфография һәм стилистикаға ҡағылышлы хаталар йыш осрай. Бер үк һүҙҙәрҙе төрлө баҫмалар төрлөсә ҡулланған осраҡтар ҙа күҙәтелә. Башҡортостан Республикаһының Милли архивы директоры урынбаҫары, республика Хөкүмәте ҡарамағындағы Терминология хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары Ниязбай Сәлимов, “Ватандаш” журналының баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева, “Ағиҙел” журналының яуаплы секретары Луиза Кирәева ошондай хаталарҙы барлап, телмәр төҙөклөгө тураһында сығыш яһаны. "Һәнәк" журналының баш мөхәррире Миләүшә Ҡаһарманова интернетта башҡорт баҫмаларының роле хаҡында һөйләне. 

Ғөмүмән, хәл ителергә тейешле мәсьәләләр байтаҡ. Ғалимдар менән бер фекергә килеп, журналистар өсөн практик әсбап - электрон йәки баҫма ҡулланма сығарыу ҡәләм оҫталарының эшен байтаҡҡа еңеләйтер ине.

Ошондай осрашыуҙар мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү, белгестәр менән күҙгә-күҙ ҡарашып фекер алышыу, кәңәшләшеү йәһәтенән бик әһәмиәтле, тип билдәләне хеҙмәттәштәр. 

Милли баҫмалар журналистары семинарға йыйылды
Милли баҫмалар журналистары семинарға йыйылды
Автор:
Читайте нас