Новости
29 Ноября 2022, 10:07

«Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от!» акцияһында ҡатнашығыҙ!

«Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто гәзит-журналдарға яҙылған тоғро дуҫтары өсөн быйыл да ҡиммәтле бүләктәр әҙерләне. «Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от!» тип аталған яңы акцияға ярашлы, нәшриәт йорто ҡарамағындағы баҫмаларға яҙылған һәр кемдең отош уйынында ҡатнашыу мөмкинлеге бар.

«Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от!» акцияһында ҡатнашығыҙ!«Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от!» акцияһында ҡатнашығыҙ!
«Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от!» акцияһында ҡатнашығыҙ!

Акцияның бүләктәр фонды бик бай: ноутбук, телевизор, ҡар таҙартҡыс, туңдырғыс «һандыҡ», вентиляторлы йылытҡыс.

Отош уйынында ҡатнашыу өсөн «Рәсәй Почтаһы» почта бүлексәләре, RBSMI.RU, https://podpiska.pochta.ru сайттары йәки редакциялар аша 2023 йылдың беренсе ярты йыллығына кәм тигәндә ике баҫмаға яҙылырға кәрәк. Акцияла «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы ҡарамағындағы баҫмаларҙы алдырыусыларҙың квитанциялары ғына ҡатнаша ала. Баҫмаларҙың исемлеге менән www.rbsmi.ru сайтының «Матбуғатҡа яҙылыу» https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/ бүлегендә танышығыҙ. 2022 йылдың 1 июленән тултырылған квитанцияларҙы ебәрергә мөмкин.

2023 йылдың 15 ғинуарына тиклем исем-шәрифегеҙҙе, бәйләнеш өсөн телефонығыҙҙы яҙып, квитанция күсермәһен түбәндәге адресҡа ебәрегеҙ: Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто. Квитанциялар күсермәһе электрон адресҡа ла ҡабул ителә: podpiska@rbsmi.ru. Хатығыҙға «Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от» («Подпишись и выиграй») тигән билдә ҡуйырға онотмағыҙ.

Бүләктәрҙе уйнатыу Башҡортостан юлдаш телеканалының «Сәләм» тапшырыуында тура эфирҙа үткәреләсәк.

«Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от!» акцияһында ҡатнашығыҙ!
«Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от!» акцияһында ҡатнашығыҙ!
Автор:
Читайте нас