Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтов – Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союзы ағзаһы, Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты. “Ҡалдырма, әсәй!” исемле тәүге повесы менән киң танылыу алды. Әҫәрҙәре рус, татар, сыуаш, ҡаҙаҡ, әзербайжан, монгол, ҡырғыҙ телдәренә тәржемә ителгән. Уның әҫәре нигеҙендә М.Ғафури исемендәге Башҡорт һәм Х.Намсараев исемендәге Бүрәт академия драма театрҙары сәхнәләрендә спектаклдәре ҙур уңыш менән бара. “Әкиәтһеҙ бала саҡ”, “Урам балалары”, “Ҡыҙыҡ был тормош...” кеүек китаптары ла уҡыусылар тарафынан ыңғай баһаланды. Хәҙер инде ул башҡа туғандаш халыҡтар араһында ла киң билдәле шәхес.
Айгиз Ғиззәт улын ихлас ҡотлайбыҙ һәм сәләмәтлек, илһамлы ижад ҡомары теләйбеҙ!