

Сараны ойоштороусы Ильнара Садыҡова пландары менән бүлеште: «Музейҙа үтәсәк йәштәр йыйыны – йәш аудиторияны ҡыҙыҡһындырған темаларҙы өйрәнеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән яңы уникаль формат. Проект «Музей төнө» һәм «Сәнғәт төнө» акцияларын үткәреү тәжрибәһенә таянып тормошҡа ашырыла, музей ул көндө һуңға тиклем эшләйәсәк. Беренсе сара 29 октябрь уҙасаҡ. Унда күн әйберҙәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе, бизнес-тренинг, психологтан лекция ҡаралған. Шулай уҡ сарала маркетплейста нисек аҡса эшләргә, подиумда үҙеңде нисек тоторға тигән темаларға оҫталыҡ дәрестәре алырға мөмкин буласаҡ. Сараны музыкаль яҡтан саҡырылған ҡунаҡ DJ KHAN биҙәйәсәк».
Тулыраҡ мәғлүмәтте рәсми сайтта museumrb.ru һәм 8(917)422-96-10 телефоны буйынса алырға мөмкин. Сара үтәсәк көндө музей 11.00 сәғ. 22.00 сәғ. тиклем эшләй. Пушкин картаһы буйынса түләү мөмкинлеге бар.