Все новости
Новости
16 Сентября , 10:00

Сентябрь һаны донъя күрҙе!

"Ватандаш" журналының сентябрь һаны донъя күрҙе.

Сентябрь һаны донъя күрҙе!
Сентябрь һаны донъя күрҙе!

"Йәмғиәт" бүлегендә Зөһрә Бураҡаеваның "Башҡорт аты" фестиваленән һуң тыуған уй-фекерҙәре урын алған. Ошо теманы дауам итеп, Мәхмүт Сәлимов башҡорт атының ҡаһарманлығына арналған мәҡәлә тәҡдим итә. "Беҙ үҙебеҙ - башҡорттар" рубрикаһында Эльвира Халиҡова Германияла йәшәүсе милләттәшебеҙ Азамат Ҡыуатов менән әңгәмәләшә. "Тарих" рубрикаһында Миләүшә Ҡаһарманова Санкт-Петербург ҡалаһынан тарихсы Александр Юрченконан алған менән мәғлүмәт менән уртаҡлаша. Башҡорт музыкаль фольклористикаһына нигеҙ һалыусы Камил Рәхимов тураһында крайҙы өйрәнеүсе Юрий Ергин бәйән итә. 

"Фән" блогында Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына 100 тулыуға арналған мәҡәләләр урын алған. "Сәнғәт ғилеме" рубрикаһында билдәле рәссам Георгий Калитовтың тыуыуына 70 йыл тулыуға арналған мәҡәлә тәҡдим ителә. Күренекле мәғрифәтсе Ғәббәс Дәүләтшиндың тыуыуына 130 йыл тулыуға арналған материалда филология фәндәре кандидаты Рәмилә Хөснөтдинова телсе ғалимдың фиҙакәр хеҙмәте хаҡында һөйләй.

"Әҙәбиәт" бүлеге баҫманың баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиеваның "Һүҙ ҡөҙрәте" тигән мәҡәләһе менән асыла. Унда 75 йәшен билдәләүсе Таңсулпан Ғарипова менән ҡыҙыҡлы әңгәмә урын алған. Юбилярҙың "Ватандаш" журналында эшләгән йылдары хаҡында "Ватандаш"лы ғүмер йылдарым" мәҡәләһендә танышырға мөмкин. Шағирә Тамара Ҡарамышеваның шиғырҙарының рус теленә тәржемәһен Булат Усманов тәҡдим итә. Ошонда уҡ С.Юлаев исемендәге премияға тәҡдим ителеүсе кандидаттар - Флүр Ғәлимов һәм Тамара Юлдашеваның ижадына байҡау менән танышырға мөмкин.

Әйткәндәй, ҡайһы бер мәҡәләләр QR-код  менән оҙатыла - улар ярҙамында материал интерактив контент менән байытыла.

Автор:Раиля Галеева
Читайте нас в