Новости
15 Июля 2022, 08:20

"Ватандаш" журналына яҙылыусыларға - бүләктәр!

2022 йылдың икенсе ярты йыллығына "Ватандаш" журналына яҙылыусылар араһында "Ағиҙел" берекмәһе етештергән бүләктәр уйнатылды.

"Ватандаш" журналына яҙылыусыларға - бүләктәр!"Ватандаш" журналына яҙылыусыларға - бүләктәр!
"Ватандаш" журналына яҙылыусыларға - бүләктәр!

Бәхет Новосибирск өлкәһендә, Өфөлә, Башҡортостан райондарында йәшәүсе тоғро дуҫтарыбыҙға йылмайҙы.

Көйөргәҙе районынан Гөлназ Әҙеһәмова кескәй ҡумтаға эйә булды. Ҡуллама өсөн туҫтаҡ - Өфөнән Гөлнур Яҡупова өсөн бүләк. Милли стилдәге ағас ҡурсаҡ (матрешкалар) Дәүләкән районынан Рәмилә Зарипова менән Архангел районынан Зуля Камалетдинова өлөшөнә төштө. 

Төп бүләк - һандыҡ Новосибирск ҡалаһына китә! Журналыбыҙға яҙылып, квитанцияһын редакцияға ебәргән Рәшиҙә Әхмәтгәрәеваны ихлас ҡотлайбыҙ!

 

Автор:
Читайте нас