Все новости
Новости
17 Июня 2022, 11:34

"Ватандаш"тың июнь һаны донъя күрҙе!

"Ватандаш" журналының июнь һаны, ғәҙәттәгесә, йөкмәткеле һәм ҡыҙыҡлы материалдарға бай.

"Ватандаш"тың июнь һаны донъя күрҙе!
"Ватандаш"тың июнь һаны донъя күрҙе!

"Йәмғиәт" бүлеге ҡаһарман осоусы Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 тулыуға арналған мәҡәлә менән асыла. "Һүҙем, күҙем һәм үҙем" исемле тематик интервью геройы - йәмәғәт эшмәкәре, шағирә Гүзәл Ситдиҡова. Башҡортостан нефтенә 90 йыл тулыуға арналған мәҡәләлә Энгель Зәйнетдинов геолог Алексей Блохин хаҡында бәйән итә. "Мәғариф" рубрикаһында БР мәғариф отличнигы Марат Нисафутдинов хаҡында уҡырға мөмкин. Журналдың баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиеваның юл яҙмалары - Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренә сәйәхәт тураһында.

"Фән" бүлегендә билдәле ғалим, Башҡортостан Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Сибай филиалы директоры Йәлил Һөйөндөков менән әңгәмә тәҡдим ителә. Ошонда уҡ Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына нигеҙ һалыныуға 100 йыл тулыу айҡанлы филология фәндәре докторҙары Гөлназ Йәғәфәрова, Гөлнур Хөсәйенова һәм  филология фәндәре кандидаты Зиннур Сиразетдиновтың мәҡәләләре урын алған. 

Әҙәбиәткә арналған бүлектең "Әҙәбиәт һәм шөғөл" рубрикаһындағы мәҡәлә башҡорт драматургы, журналист Мөҙәрис Багаевты умартасы, балта оҫтаһы булараҡ аса. Билдәле әҙибәләр Рита Фәтҡуллинаның шиғри шәлкеме, Айһылыу Йәғәфәрованың "Аҙаштырған болан балаһы" романы, журналдың бүлек мөхәррире Нияз Алсынбаевтың "Ахырызаман көндәлеге" исемле сатирик хикәйәһе лә уҡыусылар күңеленә хуш килер. "Донъя халыҡтары әҙәбиәте" рубрикаһында ҡырғыҙ яҙыусыһы Солтан Раевтың "Потоп" романынан өҙөк. 

Автор:
Читайте нас: