

Журналистар һәм саҡырылған ҡунаҡтар дәүләт эшмәкәре, журналист һәм яҙыусы Шәһит Хоҙайбирҙиндең һәйкәленә сәскәләр һалды, ижади ҡаҙаныштарға өлгәшкән хеҙмәттәштәребеҙ иһә Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союздарының, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының, "Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йортоноң Почет грамоталарына, Рәхмәт хаттарына лайыҡ булды.
Сара барышында теләге булған һәр кем яратҡан баҫмаларына арзан хаҡҡа яҙылып, ошонда уҡ ойошторолған бүләк уйнатыуҙа ҡатнашты. Бүләктәр бик шәп ине - тау велосипеды, мультибешергес, сымһыҙ ҡолаҡсындар, эске аккумуляторҙар һ.б.
Шулай уҡ бында йылдағыса билдәле артистар, төркөмдәр сығыш яһай, милли әйберҙәр, китаптар һатылған күргәҙмә эшләне. Байрамды “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө, “Ауаз” фольклор, “Тамыр” балалар ансамблдәре, Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, Фәдис Ғәниев, Марсель Ҡотоев, Лилиә Ишемйәрова кеүек сәхнә оҫталарының сағыу сығыштары биҙәне.
"Ватандаш" журналының даими авторҙары ла матбуғат байрамынан ситтә ҡалманы - редакция хеҙмәткәрҙәре менән аралашып, журналға киләһе ярты йыллыҡҡа яҙылып ҡайттылар.





