Новости
14 Июня 2022, 04:53

Матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән!

Бөгөн -Башҡортостан журналистары Матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнөн билдәләй.

Заман нисек кенә алға китмәһен, йәмғиәттә баҫма һүҙҙең баһаһы юғары. "Ватандаш" журналы ла, башҡорт матбуғатының иң абруйлы һәм тос фекер йөрөтөүсе баҫмаларының береһе булараҡ, йәмғиәт фекерен тыуҙырырға ярҙам итә, фәнни ҡаҙаныштар менән таныштыра, мәҙәниәткә, әҙәбиәткә ҙур иғтибар бүлә. Тарихҡа, этнографияға, тыуған яҡты, билдәле шәхестәребеҙҙең эшмәкәрлеген өйрәнеүгә ҡағылышлы эксклюзив мәҡәләләр менән бары тик "Ватандаш"та танышырға мөмкин. Милли, рухи ҡиммәттәрҙе тергеҙеүгә редакция коллективы ифрат яуаплы ҡарай, үҙҙәренә йөкмәтелгән бурысты намыҫ менән үтәй.

Байрам уңайынан коллегаларыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, ижади ҡомар теләйбеҙ! Ҡәләмегеҙ һәр саҡ үткер, фекерегеҙ тос булһын, уҡыусыларығыҙ менән йылы мөнәсәбәт һүрелмәһен !

Читайте нас