Новости
27 Мая 2022, 12:14

Һөнәри байрамығыҙ менән, хөрмәтле китапханасылар!

Хөрмәтле китапханасылар! Һеҙҙе ихлас күңелдән һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ! 

Һөнәри байрамығыҙ менән, хөрмәтле китапханасылар!Һөнәри байрамығыҙ менән, хөрмәтле китапханасылар!
Һөнәри байрамығыҙ менән, хөрмәтле китапханасылар!

Был өлкәлә үҙ һөнәренең оҫталары, тормошон китаптар, гәзит-журналдарҙан тыш күҙ алдына ла килтермәгән ялҡынлы йөрәкле, алдынғы ҡарашлы кешеләр эшләй. Тормошобоҙға заманса технологиялар көндән-көн нығыраҡ үтеп инһә лә, тап китапханалар рухиәтебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе байытыусы усаҡ булып ҡала. 

Ә. - З. Вәлиди исемендәге Милли китапхана, республиканың барлыҡ китапханалары - журналыбыҙҙың тоғро дуҫтары. Тап һеҙҙең көндәлек хеҙмәтегеҙ, баҫма һүҙгә иғтибарығыҙ һәм ихтирамығыҙ уҡыусыларыбыҙҙың һанын арттырырға ярҙам итә, уларҙы журнал биттәрендә донъя күргән эксклюзив мәҡәләләр менән таныштыра. 

Һөнәри байрамығыҙ айҡанлы ҡотлап, hеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, эшегеҙҙә уңыштар һәм китап уҡыусыларҙың күберәк булыуын теләйбеҙ!

Автор:
Читайте нас