Все новости
Новости
24 Мая 2022, 09:40

Баймаҡ ҡалаһында Буранбай Исҡужиндың тыуыуына 70 йыл тулыуға арналған саралар үтте

Шағир, прозаик, драматург, сатира оҫтаһы, балалар яҙыусыһы, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар берлектәре ағзаһы Буранбай Мәхмүт улы Искужиндың тыуыуына 70 йыл тулыуы айҡанлы Баймаҡ халыҡ ижады үҙәгендә “Хазинаға тиң ижад” тип аталған Буранбай Исҡужиндың Хәтер кисәһе, күптән түгел генә Зәйнәп Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә донъя күргән «Хазина» китабының исем туйы һәм Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы иғлан иткән Б.Исҡужин исемендәге сатира, юмор һәм лаҡаптар конкурсының йомғаҡлау кисәһе үтте.

Баймаҡ ҡалаһында Буранбай Исҡужиндың тыуыуына 70 йыл тулыуға арналған саралар үтте
Баймаҡ ҡалаһында Буранбай Исҡужиндың тыуыуына 70 йыл тулыуға арналған саралар үтте

Яҡташ яҙыусылар аҙналығы сиктәрендә ойошторолған сарала “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире урынбаҫары Әхмәр-Ғүмәр Үтәбай, “Һәнәк” журналының баш мөхәррире Миләүшә Ҡаһарманова, “Һәнәк” журналының яуаплы сәркәтибе Илгиз Ишбулатов, “Һаҡмар” гәзитенең баш мөхәррире Гүзәл Салихова, Баймаҡ районы муниципаль район хакимиәтенең мәғлүмәт һәм аналитика бүлеге етәксеһе Ленера Аралбаева, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Луиза Дәүләтшина, драматург, шағирә Әминә Яхина, Буранбай Исҡужиндың ғаиләһе – Хазина Зыяитдин ҡыҙы һәм Зифа Бүребай ҡыҙы Исҡужиналар, күп һанлы туғандары, Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы Илнур Ишмөхәмәтов етәкселегендә ауылдаштары, класташтары, ижадташ дуҫтары, “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе ағзалары, китапханасылар һәм әҙәбиәт һөйөүселәр ҡатнашты.

«Тормош боролоштары», «Аҡ менән ҡара», «Зилә, Ғәли һәм мин», «Тамғалар», «Аҡсарлаҡ», “Салауат сәләме”, “Хазина” китаптары авторы Буранбай Мәхмүт улы Исҡужин 1952 йылдың 15 ғинуарында Баймаҡ районының иң күркәм төбәктәренең береһе булған Байыш ауылында тыуған. Исҡужиндар ғаиләһендә тыуған балалар бер-бер артлы үлеп торғанға күрә, йәш ата-әсә сабыйҙың сәләмәт, иҫән-һау булыуын теләп, боронғо ырым буйынса яңы тыуған улдарына Бүребай исемен бирә. Элек-электән ҡурайсылар, йырсылар төйәге булараҡ дан алған Байыш ауылының егете Бүребай ҙа бәләкәйҙән сос, талантлы булып үҫә, йыр-моңға әүәҫ, бейеүсе, рәссам, теле лә бай ғына түгел, хатта сәнскеле лә була.

Уның атаһы Мәхмүт Исҡужин, һуғышта алған яраларынан мандымай, 1957 йылда вафат була. Әсәһе Сәбилә бер үҙе 4 баланы тәрбиәләп аяҡҡа баҫтыра. Баймаҡ интернат-мәктәбен тамамлағандан һуң Бүребай Мәхмүт улы Баймаҡ машиналар эшләүселәр заводында формалаусы, складта ҡарауылсы була. Механизаторҙар курсында уҡып сыҡҡас, тракторсы булып эшләй. Совхозда пилорамала эшләгән саҡта уң ҡулын өҙҙөрөп, ғүмерлеккә зәғиф булып ҡала. Һул ҡулы менән яҙырға, донъя көтөргә өйрәнә. 1977 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Студент йылдарында шиғырҙар, проза яҙа башлай. Тәүге ижад емештәре «Йәш көстәр» альманахында баҫыла. Уның шиғырҙарына композиторҙар көй яҙа. Хәйбулла һәм Баймаҡ райондарында уҡытыусы, 1980—1985 йылдарҙа «Октябрь байрағы» район гәзитендә хәбәрсе булып эшләй. Шағир, яҙыусы, драматург Буранбай Исҡужин 2009 йылдың 14 апрелендә яҡты донъя менән хушлашты.

Хәтер кисәһендә Буранбай Исҡужиндың ижадташ дуҫы, шағир Фәнил Әбделмәнов шаян шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, Байыш ауылынан “Иҫтәлек” фольклор ансамбле Буранбай Исҡужинға арналған таҡмаҡтар йырланы, Баймаҡ балалар модель китапханаһы хеҙмәткәрҙәре “Зилә, Ғәле һәм мин” китабынан библиоперфоманс (сәхнәләштереү) күрһәтте. Кисәлә Буранбай Исҡужин һүҙҙәренә яҙылған йырҙар яңғыраны – Легендар “Рух” төркөмөнөң солисы Юлай Асҡаров “Өлгөрмәнем…”, ә йырсы Дилбәр Хисамиева “Аҡсарлаҡ” йырын йырлап, кисәне йәмләне, шағир яҡты һүҙҙәр менән телгә алынды.

Әйткәндәй, 1991 йылда Өфө ҡалаһында үткән "Әйтеш" беренсе республика конкурсында Башҡорт сәсәндәре алышында Буранбай Исҡужин шағир Рәмил Ҡолдәүләт менән әйтешә. Кисәлә был әйтеште шағирҙың ейәндәре Хизбулла һәм Ришат башҡарҙы.

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы иғлан иткән Буранбай Исҡужин исемендәге сатира, юмор һәм лаҡаптар конкурсына 35 эш ҡабул ителде. Уларҙың Баймаҡ ҡына түгел, Ауырғазы, Дыуан, Белорет, Илеш, Ейәнсура райондарынан, Өфө, Күмертау ҡалаларынан, Силәбе өлкәһенән һәм хатта Татарстан Республикаһы Яр Саллы ҡалаһынан килеүе һөйөндөрҙө.

Конкурсҡа килгән эштәрҙе шағир Әхмәр-Ғүмәр Үтәбай, Луиза Дәүләтшина, Илгиз Ишбулатов, Гүзәл Иҫәнгилдина, Хазина Исҡужина баһаланы. Шулай итеп, Буранбай Исҡужин исемендәге сатира, юмор һәм лаҡаптар конкурсында Гран приға Әкрәм Ҡәйепҡолов лайыҡ булды. “Шиғриәт” номинацияһында 1-се урынды – Тәнзилә Йәнтилина, 2-се урынды – Мансур Рәхимғолов һәм 3-сө урынды – Таңһылыу Вәлиева яуланы. “Проза” номинацияһында 1-се урынға – Әлфиә Юлыҡ, 2-се урынға – Әлнисә Алдырханова, 3-сө урынға – Ғәли Фәхретдинов лайыҡ булды.

Еңеүселәрҙе Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы бүләкләне, яҙыусының ҡыҙы Зифа Исҡужина уларға Буранбай Исҡужиндың китаптарын бүләк итте. Конкурста ҡатнашыусылар араһынан Лилиә Ғәниева - “Һаҡмар” гәзитенең махсус призына, Ишдәүләт Сафиуллин һәм Ғәли Фәхретдинов – “Һәнәк” һәм “Ағиҙел” журналдарының призына лайыҡ булды.

Шулай итеп Буранбай Исҡужин исемендәге сатира, юмор һәм лаҡаптар конкурсын ике йәки өс йылға бер булһа ла даими ойоштороу зарурлығы телгә алынды.

 

А.Иҙелбаева. Баймаҡ ҡалаһы.

Баймаҡ ҡалаһында Буранбай Исҡужиндың тыуыуына 70 йыл тулыуға арналған саралар үтте
Баймаҡ ҡалаһында Буранбай Исҡужиндың тыуыуына 70 йыл тулыуға арналған саралар үтте
Баймаҡ ҡалаһында Буранбай Исҡужиндың тыуыуына 70 йыл тулыуға арналған саралар үтте
Автор:
Читайте нас: