

"Генпроект" йәмғиәте баш архитекторы Людмила Стадничук белдереүенсә, граждандарҙың теләктәрен иҫәпкә алып, бында төҙөкләндереү эштәре алып барыласаҡ: яҡтыртыу, һыу ағыу, түтәлдәргә һыу һибеү системалары яңыртыласаҡ, вай-фай эшләйәсәк. Шулай уҡ видеокүҙәтеү системаһы, эсәр һыу фонтандары ҡуйыу, заманса парк навигацияһын урынлаштырыу ҡаралған. Инвалидтарға баҡсаның һәр мөйөшөнә үтерлек уңайлыҡтар булдырыласаҡ, баҫҡыстар яңыртыласаҡ. Бер һүҙ менән әйткәндә, проект авторҙары ҡала баҡсаһын заманса итеп үҙгәртергә теләй. Проект хаҡы яҡынса 600 миллион һум менән баһалана.
Әлбиттә, ял паркын капиталь төҙөкләндереү баш ҡалабыҙҙы тағы ла күркәмерәк итәсәк. Әммә төп ял урындарының береһе һаналған паркта милли ерлеккә тап килгән элементтарҙың булмауы ғәжәпкә һала. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Хөрмәтулла Үтәшев әйтеүенсә, улар бөтөнләй икенсе юҫыҡтағы фекер алышыуға әҙерләнеп килгән.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был проектта милли ерлек бөтөнләй иҫәпкә алынмаған, милли рух сағылмай. Икенсе берәй төбәккә барһаҡ, шунда уҡ шул ерлектең мөхите күҙгә салына. Әйтәйек, Ҡаҙағстан булһынмы, Ташкентмы – был мәсьәләгә ҙур иғтибар бирелә. Ҡурайға һәйкәл ҡуйыу буйынса элекке етәкселек ваҡытында уҡ һүҙ булғайны, урыны ла билдәләнгән, - тип белдерҙе Хөрмәтулла Ғаззали улы. - Шуға күрә тап ошо йүнәлештәге әңгәмәгә өмөтләнгәйнек, әммә һөйләшеү парктың дөйөм проекты хаҡында барҙы. Асыҡ һауала бәләкәй сәхнә эшләргә кәрәклеге, балалар өсөн уйын, спорт менән шөғөлләнеү майҙансыҡтары төҙөү зарурлығы хаҡында һүҙ йөрөттөләр. Беҙ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре, бөтәбеҙ ҙә бер төптән был проектҡа ҡаршы сыҡтыҡ. Беҙҙең талап - паркта ҡурайға һәйкәл ҡуйыу. Һис юғы, милли ерлекте, рухты сағылдырған элементтар булырға тейеш унда. Республика Башлығы менән осрашыуҙа әлеге мәсьәләгә ҡағылышлы һөйләшеү булғайны, үҙем шәхсән ошо һорау менән мөрәжәғәт иткәйнем. Радий Хәбиров был идеяға ыңғай ҡарашта - ошо хаҡта ла әйтеп үттем. Проект авторҙарының ҡурайға һәйкәлде тап ошо паркта урынлаштырыу кәрәклеге хаҡында тәүге тапҡыр ишетеүҙәре хаҡында әйтеүе лә ғәжәп – был мәсьәлә тәүгә күтәрелмәй бит, ҡала Советы тарафынан урыны күптән билдәләнгән. Уларҙың "Бер ни ҙә белмәйбеҙ һәм күрмәйбеҙ" тигән мөнәсәбәте күңелде ҡырҙы, әлбиттә, шуға күрә үҙ һүҙебеҙҙе, талабыбыҙҙы ишеттерергә бурыслыбыҙ. Өфөбөҙҙөң 450 йыллығына арналған саралар сигендә шул ҡәҙәре аҡса бүленгәс, ул баш ҡалабыҙҙың милли йөҙөн булдырыуға, рухыбыҙҙы һәм асылыбыҙҙы яҡтыртҡан арт-объекттар ҡуйыуға йүнәлтелергә тейеш.
Хөрмәтулла Ғаззали улы әйтеүенсә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡурайға һәйкәл ҡуйыу тәҡдимен яҡлап, тейешле органдарға яҙма рәүештә мөрәжәғәт итәсәк.