

1977 йылда Музейҙар берләшмәһе иҫтәлекле ваҡиға - Халыҡ-ара музейҙар көнөн үткәрергә хәл итә. Резолюция шул уҡ йылда Халыҡ-ара музейҙар советының Дөйөм Ассамблеяһы (ICOM) тарафынан Мәскәүҙә ҡабул ителә. Бөгөн Халыҡ-ара музейҙар көнө донъяның 150-нән ашыу илендә рәсми байрам тип һанала, ул 1977 йылдан билдәләнә.
Башҡортостанда 90-дан ашыу музей иҫәпләнә, шуларҙың өстән бер өлөшө — дәүләт, ҡалғандары муниципаль музейҙар. Тәүгеһенә Башҡортостандың Милли, Милли әҙәбиәт, Хәрби Дан, М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейҙары һәм уларҙың филиалдары , икенсеһенә тыуған яҡты өйрәнеү һәм мемориаль музейҙар ҡарай.
Был көндө донъя музейҙары үҙ ишектәрен аса, һәр кем күргәҙмәләр залын, яңы экспонаттарҙы ҡарай ала. Төрлө лекциялар, экскурсиялар, театр тамашалары ойошторола. Башҡортостанда Музейҙар төнө 2010 йылдан үткәрелә. Йыл да ул ниндәйҙер темаларға арнала һәм унда республиканың йөҙләгән музейҙары ҡатнаша. Быйыл да теләге булған һәр кем был сарала ҡатнаша ала.
Музей – үткән менән бөгөнгөнө бәйләгән, киләсәккә юл һалған, тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлаған изге урын, рухи аҙыҡ биргән мәҙәни усаҡ ул. Унда тупланған экспонаттар, материалдар үткәндәрҙең иҫтәлеген һаҡлай. Музейҙың тәғәйенләнеше лә - тарихты һәм халыҡтың йөҙөн, йәшәйешен сағылдырған ҡомартҡыларҙы йыйыу, һаҡлау һәм мираҫ итеп киләһе быуындарға тапшырыу. Ошо изге эшкә ҡағылышы булған һәр кемде Халыҡ-ара музейҙар көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ!