Новости
16 Мая 2022, 07:40

Бөгөн Ташкент ҡалаһының “Төркистан” һарайында ҙур сара

 Ташкент ҡалаһының иң гүзәл һарайҙарынан һаналаған, «Төркистан»да 16 майҙа Башҡорт милли-мәҙәни үҙәгенең рәсми теркәлеүенең 30 йыллығына һәм Устав ҡабул итеүҙең 20 йыллығына арналған «Башҡортостан - Үзбәкстан. Йөрәктән - йөрәккә!» тип аталған оло сара үткәреләсәк.

Бөгөн Ташкент ҡалаһының “Төркистан” һарайында ҙур сараБөгөн Ташкент ҡалаһының “Төркистан” һарайында ҙур сара
Бөгөн Ташкент ҡалаһының “Төркистан” һарайында ҙур сара

Был ваҡиға Үзбәкстан Республикаһына Башҡортостан Республикаһы башлығы Р.Хәбиров етәкселегендә Башҡортостандан ҙур һанлы рәсми делегация килеүе менән дә бәйле. Үзбәкстан ерендә беренсе тапҡыр концерт программаһын Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеүҙәр ансамбле, «Арғымаҡ» төркөмө, филармония йырсылары, ҡурайсылары сығыштары биҙәп торасаҡ. Әлеге көндәрҙә БММҮ советы ағзалары, әүҙемселәр, йәштәр ең һыҙғанып әҙерлек эштәре алып бара. Беренсенән, 30 йыллыҡ тарихыбыҙҙы сағылдырған фото күргәҙмәһе яҡташтарыбыҙҙы үҙәктең эшмәкәрлеге менән таныштырасаҡ. Икенсенән, беҙ ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, йыр-моңдарыбыҙҙы, телебеҙҙе, изге боронғо ҡомартҡыларыбыҙҙы ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ һәм йәш быуынға еткерергә тырышабыҙ. Был юлы ла әсәй-өләсәйҙәр йәлләмәйсә биреп торған йөҙәр йыллыҡ экспонаттар: уҡалы балаҫтар, һөлгөләр, сымылдыҡтар, сигеү өлгөләре, ашъяулыҡтар менән биҙәлгән тирмә ҡорабыҙ. Тирмә авторы һәм биҙәүсеһе Үзбәкстан башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйес урынбаҫары Кәрипова Рәлиә Тәлғәт ҡыҙы яуаплымын, фотостендтар өҫтөндә исскуствовед Ишморатова Гөлнара ханым эшләй. Ул үҙенә йөкмәтелгән бурысты ҙур талапсанлыҡ менән юғары профессиональ кимәлдә башҡара. Якшы сифатлы рәсемдәрҙе Юлдашева Гөлшат ханым үҙенең фирмаһында баҫтырып бирәсәк. Уның дизайны буйыса эшләнгән саҡырыу ҡағыҙҙары һокландырғыс. Башҡорт милли кейемдәре күргәҙмәһендә Шафиҡова Рузидә апай коллекцияһынан XIX быуатта тегелгән, йылдар дауамында таушалып бөткән ҡатын-ҡыҙҙар күлдәге лә бар. Ағастан эшләнгән һауыт-һаба ла үҙ урынын тапҡан.

Быйыл бар милли үҙәктәрҙән ҙур яуаплылыҡ талап иткән байрамдар бик күп булды: “Өс быуын осрашыуы”, “Бер күк көмбәҙе аҫтында”, “Нәурыз” һәм башҡалар. Был сараларҙа илебеҙ етәксеһе һәм сит ил илселәре ҡатнашты. Республика Министрҙар Кабинеты янындағы сит илдәр менән халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм дуҫлыҡ бәйләнештәре Комитеты бинаһында башҡорт әүҙемселәренең йыһазландырылған үз офисы бар. Оло йәштәге  “Ағиҙелселәр”, “Шатлыҡ” бейеү түңәрәге бейеүселәре, “Салауат Юлаев” исемендәге драмкружогы ағзалары, БММҮ әүземселәре – барыһы берҙәмлектә, дуҫлыҡта ошо бүлмәлә эшмәкәрлек алып бара. Башҡорт милли-мәҙәни үҙәге күп гранттарҙа еңеүгә өлгәште, уйын ҡоралдары, милли кейемдәр, матди яҡтан тәьмин ителде. Нисек итеп шундай шарттар булдырылғанда үҙ милләтеңә ҡағылышлы сараларҙан ситтә ҡалаһың? Рухтың бушлығы, изге эштәрҙең кәмлеге, һаранлыҡ кешене түбәнлеккә этәрә. Шуны аңлаған милләттәштәрем, алға барыу өсөн, башҡорттоң данын арттырыу өсөн, ғорур балалар үҫтереү өсөн бар көсөн һала.

Автор: Кәрипова Рәлиә Тәлғәт ҡыҙы

Бөгөн Ташкент ҡалаһының “Төркистан” һарайында ҙур сара
Бөгөн Ташкент ҡалаһының “Төркистан” һарайында ҙур сара
Бөгөн Ташкент ҡалаһының “Төркистан” һарайында ҙур сара
Бөгөн Ташкент ҡалаһының “Төркистан” һарайында ҙур сара
Бөгөн Ташкент ҡалаһының “Төркистан” һарайында ҙур сара
Бөгөн Ташкент ҡалаһының “Төркистан” һарайында ҙур сара
Автор:Регина Шафикова  
Читайте нас