

Шулай уҡ Радий Фәритович һәм делегация ағзалары Зәки-Вәлиди исемендәге Башҡорт милли-мәҙәни үҙәгенең 30 йыллыҡ юбилейы уңайынан үткәрелгән сараларҙа ла ҡатнашасаҡ. Фәйзи Ғәсҡәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле, “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө, БР филармонияһы артистары ҡатнашлығында концерт, БР башлығының Башҡорт үҙәге ағзалары менән осрашыу, халыҡ-ара конференция, күргәҙмәләр, мастер-кластар үткәреү планлаштырылған.
16 майҙа шулай уҡ Үзбәкстанға БСТ каналы хеҙмәткәрҙәре килеүе көтөлә. Улар Үзбәкстанда йәшәгән башҡорттар тураһында фильм төшөрөргә ниәтләй.