Новости
10 Мая 2022, 13:00

“Ветерандарға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!”

Май айы тулҡынландырғыс байрамдарға бай. Ташкент ҡалаһында өс тиҫтә йыл эшләп килеүсе Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге башҡорт милли үҙәге әүҙемселәре Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фашизмды еңеү өсөн үҙҙәренең көсөн аямай михнәт иткән тыл ветерандарына бағышланған саралар үткәрҙе.

“Ветерандарға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!”“Ветерандарға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!”
“Ветерандарға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!”

 Был байрам саралары Рәсәй илселегендәге тантаналы ҡотлау менән башланып китте һәм Үзбәкстан Республикаһы Министрҙар Кабинеты янындағы сит илдәр менән халыҡ - ара мөнәсәбәттәр һәм дуҫлыҡ бәйләнештәре Комитеты рәйесе тарафынан ойошторолған концерт программаһы менән дауам итте. Үзбәкстанда Рәсәй Илселеге Илсеһе О .С. Мальгинов әфәндегә һәм яратҡан Комитетыбыҙ рәйесе хөрмәтле Р.Д.Курбонов әфандегә йөкмәткеле ҡотлау телмәрҙәре өсөн тыл ветерандары һәм тамашасылар исеменән оло рәхмәт. Башҡорт милли мәҙәни үҙәге был байрам сараларында ихлас   ҡатнашты. Үҙәк рәйесе Р.А.Гуләев тарафынан ветерандар өсөн аҙыҡ - түлек пакеттары әҙерләнде. Оҙаҡ йылдар дауамында үҙәгебеҙҙә “Ветерандар” бүлеген етәкләүсе Р.Т.Кәрипова тарафынан ветерандарыбыҙҙы ошо матур сараларға алып килеү ойошторолдо. Концерт программаһында. К.Х.Джураевтың йәнле башҡарыуында һуғыш тураһында йырҙар яңғыраһа, «Шатлыҡ»  бейеү төркөмө башҡарған «Ете ҡыҙ»  бейеүе сәхнәнең бер биҙәге булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы , балалыҡ йылдарында ололар ҡатарында ауыр һуғыш йөгөн тартҡан,аслыҡ - яланғаслыҡты үткәргән апайҙарыбыҙҙың барыһына ла был сараларҙа ҡатнашыу бәхете теймәне... Беҙ үҙебеҙ  барҙыҡ , ҡотлап изге доғаларын алып ҡайттыҡ. Йөҙгә еткән Солтан ҡыҙы Гөлйыһан Сәйетгәрәева: «Кисә мәхәллә рәйесе йөҙ йәшлек ветеранды күрһәтәм тип, бер өйөр балалар алып килде але» , - тип рәхәтләнеп көлдөрөп алды. Ауыр йылдарҙа тракторсы булып, аҙаҡ 40 йыл кирбес заводының эҫе цехында эшләп , хаклы ялға сыҡҡан, хәҙерге көндә берҙән - бер ҡыҙы ҡарамағында йөҙгә баҫҡан инәйҙең ихласлығына, йәшәү көсөнә, рухы ныҡлығына хайран ҡалырлыҡ!!! Еңеүҙең 77 йыллығына беҙҙең үҙәктән 6 ғына тыл ветераны етеп килде: Әминева М.А., Вәлиева Р.А., Джураева М.Г., Сәйетгәрәева Г.С., Нурманова Б.З., Сагирова И.В. Былтыр өс апайыбыҙ менән мәңгелеккә хушлаштыҡ, яткан урындары йәннәттә булһын... Улар: Баҡирова М.С., Ғайсина М.З., Ғүмәрова Ф.Х. Балалары, туғандары, яҡындары менән ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ. Шулай уҡ ветерандар өсөн ял кисәһе ойошторған Юнусабад “Дуҫлыҡ” ойошмаһына рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Күктәребеҙ аяҙ, өйҙәребеҙ нурлы, ризыҡтарыбыҙ мул, эштәребеҙ уңышлы, һаулығыбыҙ ныҡ, ИЛЕБЕҘ ТЫНЫС булһын.

Кәрипова Рәлиә Тәлғәт ҡыҙы.

“Ветерандарға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!”
“Ветерандарға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!”
“Ветерандарға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!”
“Ветерандарға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!”
Автор:Регина Шафикова  
Читайте нас