

Рәшиҙә Туйсина1942 йылдың 10 майында Башҡортостандың Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында тыуған.
Рәшиҙә 1960 йылда Баймаҡта пионервожатый булып эшләгән сағында Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә бейеүселәр йыйыу тураһында иғлан ишетә. Конкурста үҙә яратып бейегән «Заһиҙа»ны башҡара. Ансамблдең етәксеһе Фәйзи Ғәскәров тал сыбығындай нәҙек, һомғол буйлы йәш ҡыҙҙың киләсәктә башҡорт бейеү сәнғәтенең ынйыһы буласағын тоҫморлап ҡала һәм ансамблгә саҡыра.
Бейеүсенең репертуарында «Заһиҙа», «Гөлнәзирә», «Ете ҡыҙ», «Шаян ҡыҙҙар» һ.б. бейеүҙәр бар. Уның сығыштарына
Мәскәүҙең Кремль һарайы, Франция, Һиндостан, Испания, Германия, Швеция, Пакистан, Финляндия һ.б. илдәр тамашасылары алҡышлай.
Мәшһүр бейеү оҫтаһын күркәм юбилейы менән ҡотлайбыҙ! Уға оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ!