

Ысын мәғәнәһендә халыҡ байрамы был көндә йәшен дә, олоһон да берләштерә. Совет халҡының үҙ-үҙен аямай Тыуған илен, ерен һаҡлауы ҡаһарманлыҡ, ҡыйыулыҡ билдәһе булып илебеҙҙең героик йылъяҙмаһында мәңгелеккә яҙылған. Тыныс тормош өсөн яу яландарында баштарын һалған яугирҙар, тыл ветерандары, бөгөнгө көндә илебеҙ һағында торған һалдаттарыбыҙ алдында беҙ баш эйәбеҙ, уларға мәңгелек рәхмәтлебеҙ!
Донъялар имен, күгебеҙ тыныс булһын! Байрам менән, ватандаштар!