"Йәмғиәт" бүлегендә баҫманың баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиева Баймаҡ районында төрлө һөнәр эйәләре араһында уҙғарылған "Хеҙмәткәр" конкурсы хаҡында бәйән итә. Башҡорт нефтенә 90 йыл тулыуға арналған мәҡәләләрҙе тарих фәндәре кандидаты Илһам Фәтҡуллин менән нефть сәнәғәте ветераны Энгель Зәйнетдинов тәҡдим итә. Башҡорт анимацияһының ҡаҙаныштары һәм пландары хаҡында - Юлия Устюгованың яҙмаһында. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда чехословак партизандарының Ҡыҙыл армияға ярҙамы тураһында - Миләүшә Годбодтең мәҡәләһендә. Саха Республикаһының атҡаҙанған геологы, Баймаҡ районында тыуып үҫкән Мәхмүтйән Мөхәмәтйәров менән Рәсүл Байгилдин таныштыра.
Ошо көндәрҙә 85 йәшен билдәләгән медицина фәндәре докторы Марс Юлдашев хаҡында Миләүшә Мөхәмәтйәнова "Фән" блогында бәйән итә. Ошонда уҡ башҡорт риүәйәт һәм легендаларында ҡасҡындар образын Гөлназ Ҡотоева аса. Башҡорт әҙәбиәте үҫешенә ҙур өлөш индергән ғалим Ким Әхмәтйәновтың мираҫы тураһында профессор Ғиниәтулла Ҡунафин яҙа.
"Әҙәбиәт" бүлегендә Нияз Алсынбаев талантлы шағирә Гөлнара Хәлфетдинова менән әңгәмә ҡора. Журналыбыҙ ветераны Зөһрә Алтынбаеваның шиғырҙары, Айһылыу Йәғәфәрованың "Аҙаштырған болан балаһы" әҫәре лә уҡыусылар күңеленә хуш килер.