

"Евразия киңлегендә мәҙәни бәйләнеш" тип аталған сараның пленар өлөшөндә юбилярҙы республиканың билдәле шәхестәре, төрлө ведомстволар һәм юғары уҡыу йорттары вәкилдәре, фән эшмәкәрҙәре ҡотланы.
Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов, Рәшит Закир улын ижади йәмәғәтселек исеменән 85 йәше менән тәбрикләп, министр Әминә Шафиҡованан ҡотлау адресы тапшырҙы. "Һеҙ - булмышығыҙ менән халҡыбыҙға хеҙмәт итеү өлгөһө. Ғалим, публицист, шағир, уҡытыусы, йәмәғәт эшмәкәре булараҡ фиҙакәр хеҙмәтегеҙ халыҡ яратыуы һәм ихтирамы булып юғары баһа алды. Һеҙҙе тормош байрамығыҙ менән ихлас ҡотлайым, үҙегеҙгә һәм яҡындарығыҙға оҙон ғүмер, ижадығыҙға яңы офоҡтар, мәңгелек халыҡ ихтирамы теләйем!" - тиелә ҡотлауҙа.
Филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хисаметдинова сығышында Рәшит Закир улы менән иңгә-иң терәп эшләгән йылдарҙы иҫкә алды. Уның күп ҡырлы талант эйәһе булыуын айырым билдәләп, Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы былай тине: "Рәшит Закир улы 1937 йылда тыуған. Тап шул осорҙа башҡорт халҡының аҫыл ир-егеттәре - яҙыусылар, сәйәсмәндәр - репрессия ҡорбаны булды. Уларҙың йәне Рәшит Шәкүрҙә һаҡлана, шуға күрә лә ул шул тиклем талантлы, рухлы шәхес".
Тарих фәндәре докторы, БР стратегик тикшеренеүҙәр институты фәнни хеҙмәткәре Айтуған Аҡманов юбилярға Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы тарафынан булдырылған награда - "Ә.-З.Вәлиди" миҙалын тапшырҙы.
"Атаң, әсәң биргән һиңә затлы исем -
Рәшит тигән хаҡлы исем, ғәмле исем.
Алға әйҙәүсе аҡыл эйәһе тигән исем -
Ята бына эсендә ошо есем". -
Фольклорсы, филология фәндәре докторы, сәсәниә Розалия Солтангәрәева Рәшит Закир улына йөрәге түренән сыҡҡан алғыш һүҙҙәрен еткерҙе.
Башҡорт дәүләт университетың башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, профессор Г.Р.Абдуллина, университеттың Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт филологияһы кафедраһы мөдире З.И.Сәләхова, Сибай институты доценты Г.Х.Сәмерхановалар ҙа шулай уҡ олпат ил ағаһына киләһе йылдарҙа ла ялҡынланып эшләрлек дәрт, илһам, кәр, ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләне.
Конференцияла докладтар менән БР Яҙыусылар союзы рәйесе, филология фәндәр кандидаты Зәки Әлибаев, филология фәндәре докторы Ләйлә Хөсәйенова, К.Жубанов исемендәге Аҡтүбә төбәк университеты докторанты Раушан Жазыкова, Горно-Алтайск дәүләт университеты студенты Рамина Матина сығыш яһаны.
Әлеге мәлдә секция ултырыштары дауам итә.