Новости
1 Апреля 2022, 06:50

Изге Рамаҙан айы менән ҡотлайҙар

Үзбәкстан Республикаһында йәшәүсе башҡорттар исеменән Ә.З.Вәлиди исемендәге Башҡорт милли-мәҙәни үҙәге ағзаһы Рәлиә Тәлғәт ҡыҙы Ҡәрипова Башҡортостан Республикаһын Изге Рамаҙан айы башланыу менән ҡотлап сәләм ебәргән:

Изге Рамаҙан айы менән ҡотлайҙарИзге Рамаҙан айы менән ҡотлайҙар
Изге Рамаҙан айы менән ҡотлайҙар

“Ғәрәфә көнө менән ҡотлайым. Ғүмерегеҙ оҙон вә бәрәкәтле булһын. Гел яҡшы хәбәрҙәр ишетәйек һеҙҙең ғаиләнән. Яңылыш бер бәндәне рәнйеткән булһағыҙ, ХОҘАЙ үҙе кисерһен, белеп-белмәй ҡылған гонаһтарығыҙ ярлыҡанһын, тәнегеҙгә – һаулыҡ-сәләмәтлек, йәнегеҙгә – тыныслыҡ, ғаиләгеҙгә имен мул тормош теләйем. Ғәрәфә көнөндә теләгән изге теләктәрем ҡабул булһын. Амин.

Изге Рамаҙанды асып биреүсе Мөбәрәк Йома барыбыҙға ҡотло булһын! Бөгөнгө Йома шулай булһын: Өмөтләнмәгән бәндә; Ҡабул булмаған доға; Үтеп китмәган бәлә-ҡаза; Дауа тапмаған сырхауҙар; Тыныслыҡ тапмаған йән; ,,Тәңрем”  тимәгән тел ҡалмаһын!”

 

Автор:Регина Шафикова  
Читайте нас