

Урал Фәләх улы Сосновка районының Ҡалды күле буйында урынлашҡан башҡорт ауылы Оло Тәгештә тыуып үҫкән. Күп балалы ғаиләлә буй еткергән үҫмер бәләкәйҙән рәссам булырға хыяллана, шуға ла мәктәпте тамамлағандан һуң 73-сө ПТУ-ла художник-декораторға уҡып сыға. 1986 йылда Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт институтында «Халыҡ ижады буйынса методист» йүнәлеше буйынса белем ала. Ижади күңелле егет шул осорҙа шиғырҙар ҙа яҙа, улар «Кадры культуры» исемле институт гәзитендә баҫыла.
1990 йылда Сосновка районының Долгодеревенское ауылында балалар сәнғәт мәктәбендә эш башлай. Төҫлө буяуҙар, ҡылҡәләм ярҙамында балаларҙа гүзәллеккә ынтылыу, изгелек кеүек сифаттар тәрбиәләй. Урал Ҡолошевтың уҡыусылары район һәм өлкә күләмендә һынлы сәнғәт күргәҙмәләрендә ҡатнашалар һәм абруйлы конкурстарҙың еңеүселәре була
1998 йылда иһә уға Долгодеревенское ауылы Үҙәк китапханаһы эргәһендәге «У камина» тип аталған әҙәби берекмәне етәкләүҙе ышанып тапшыралар. Шулай уҡ «Аҡмулла» әҙәби берекмәһендә секциялар ҙа алып бара.
Урал Ҡолошевтың шиғырҙары һәм хикәйәләре «У камина», «От Урала до Невы», «Силәбе шишмәләре», «Һөйөнсө», «Берез уральских шум» әҙәби йыйынтыҡтарына ингән. Авторҙың тәүге ижад емеше «Рәхмәт көсө» (2006), икенсеһе «Брызги солнечных лучей» (2010 йыл) тип атала. «Күңел йылыһы» – уның өсөнсө йыйынтығы.