

Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров бында халҡыбыҙҙың милли ҡоралы ҡурайҙы урынлаштырырға тәҡдим итә.
"Был урындар күңелемә бик яҡын. Цюрупа урамындағы 95-се йортто капиталь төҙөкләндергәндән һуң, ошо биләмәне төҙөкләндереүгә булышлыҡ иттем. Сквер уртаһына Башҡортостан символы - ҡурайҙы һынландырырға тәҡдим итәм, уның ете тажы Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың дуҫлығын сағылдырасаҡ, - тип яҙа депутат үҙенең рәсми сәхифәһендә. - Баймаҡ ҡалаһында, ошо райондың Түбәнге Яйыҡбай, Төркмән ауылдарында ҡурайға һәйкәлдәр бар. Башҡортостандың баш ҡалаһында республика символы - ҡурайға лайыҡлы һәйкәл булырға тейеш".