

Башҡорттар ҙа, әлбиттә, ситтә ҡалмаған. Үзбәкстан республикаһында йәшәүсе башҡорттарҙы берләштереүсе Ә.З.Вәлиди исемендәге Башҡорт милли-мәҙәни үҙәге башҡорт тирмәһен юғары кимәлдә ойошторған, матур, сағыу концерт номерҙары әҙерләгән. Башҡорт тирмәһенә Үзбәкстан президенты Шәфҡәт Мирзиеев ҙур баһа биргән. Гүләева Камила ҡунаҡтар алдында оҫта итеп “Башҡорт ҡыҙы” бейеүен башҡарған.
Күргәҙмә ойоштороусы әүҙемселәр бер көн алдан дәррәү эшкә тотонған. Һәр береһе милли ризыҡтар: белен, сәк-сәк, бәрәмес, төрлө бәлештәр бешергән, “Ағиҙел” клубы ағзалары тарафынан эшләнгән экспонаттар алып килгәндәр. Байрамда булған барлыҡ ҡунаҡтарҙы ла байрам тәмлекәсе – сүмәләк менән һыйлағандар.
Сүмәләк – ул үзбәк милли ризығы. Ул бик тәмле һәм файҙалы. Сүмәләкте Науруз байрамына мотлаҡ әҙерләйҙәр. Уны әҙерләү өсөн ҙур яуаплылыҡ талап ителә. Был тәмлекәсте алдан бер тәүлек буйы ишек алдында ҙур ҡаҙанда бешергәндәр. Бойҙай үҫтереп, иҙеп, шуның һутынан әҙерләнә ул. Бешергән ваҡытта күмәкләп йырлашып, бейешеп, матур теләктәр әйтеп торорға кәрәк. Был ризыҡты тик ҡатын-ҡыҙҙар ғына бешерә. Ир-егеттәр утын әҙерләп, усаҡты ҡарашып ҡына торған. Йола буйынса, сүмәләк әҙер булғас, уны бөтөн күрше-күләнгә лә ауыҙ иттерергә зарур икән. Башҡорт милли-мәҙәни үҙәге әүҙемселәре лә тап шулай эшләгән.
Бына шулай, беҙҙең милләттәштәр күпме меңәр саҡрым араларҙа, тыуған яҡтарынан алыҫта йәшәп тә, башҡорт ғөрөф-ғәҙәттәрен, аш-һыуҙарын, ижадын онотмай, бар халыҡҡа күрһәтеп, әүҙем йәшәгәндәренә беҙ бик шат һәм улар менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.