Новости
3 Марта 2022, 05:25

«Би Хэппи» аукционда ҡатнашмаясаҡ

 БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов социаль селтәрҙә "Би Хэппи" йәмғиәте аукционда ҡатнашыуҙан баш тартты, тип белдерҙе. 

«Би Хэппи» аукционда ҡатнашмаясаҡ«Би Хэппи» аукционда ҡатнашмаясаҡ
«Би Хэппи» аукционда ҡатнашмаясаҡ

"Һәммәһенә билдәле булыуынса,  Патрик Хоффман бал етештереү буйынса проектты геосәйәси хәл тотороҡланғансы кәмендә бер йылға тормошҡа ашырыуҙы туҡтатты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле айырым инвестиция проекттары ғына туҡтап ҡалмай, дөйөм алғанда, Көнбайыштың "демократик" илдәре кешенең төп хоҡуҡтарын, мәҫәлән, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге иркен, ҡайтанан ҡарай.
Кисә һәм бөгөн Илшат Фәзрахманов менән бергә Хоффман менән һөйләшеүҙәр алып барҙыҡ, һөҙөмтәлә "Би Хэппи" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте аукционда ҡатнашыуҙан баш тартты. Проект "туңдырылғандан" һуң аукционда ҡатнашыуҙан фәтүә юҡ, ә проектты тергеҙгәндә, туплаған тәжрибәне иҫәпкә алып, районды һәм участкаларҙы ентекләп һайла зарур, тип инвесторға еткерҙек.
Һәм бөгөн, Маҡар ауыл биләмәһе хакимиәтендә бәхәсле участкалар мәсьәләһе буйынса урындағы умартасыларҙың эшсе төркөмө менән һуңғы осрашыуҙы үткәрҙек. Аукцион 5 мартта була, унда урындағы халыҡ ҡатнаша ала. Етмәһә, часткаларҙы межалау буйынса бөтә сығымдар ҙа түләнгән.
Артабан барлыҡ ҡыҙыҡһынған яҡтар (Ауыл хужалығы министрлығы, "Алтын солоҡ" коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, апитерапия институты һәм башҡалар) башҡорт бал ҡорто популяцияһын һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән сараларҙы тормошҡа ашырыу буйынса эште дауам итергә әҙер булыуын белдерҙе. Был эшкә конструктив йәмәғәт көстәре (мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе хуплағандар, ә хайп өсөн йөрөгәндәр түгел) ҡушылһа, насар булмаҫ ине тип уйлайым. Аңлауымса, деструктив йәмәғәт көстәре "флешмобын" дауам итергә ниәтләй. Әйтергә кәрәк, дөйөм алғанда, был егеттәр үҙҙәрен "күрһәтте". Маҡар ауыл биләмәһе умартасыларын халыҡтың дошманы тип иғлан итеп, урындағы халыҡҡа файҙалы ҡарарҙарға аяҡ салып маташтылар. Урындағы ауыл аҡһаҡалдары өҫтөнлөк иткән умартасылар власть яғынан конструктив тәҡдимдәрҙе хуплауҙары өсөн генә радикаль рухлы әүҙемселәр тарафынан "буллинг"ҡа дусар ителде.
Шул рәүешле улар проблемаларҙы хәл итергә тырышыуға, башҡорт бал ҡортоноң яҙмышына, Ишембай районы умартасыларының яҙмышына битараф икәндәрен раҫлай, уларға тик бер нәмә генә кәрәк – хәлде сәйәсиләштерергә һәм кешеләрҙе урамға сығарырға.
Тиҙҙән барыһы ла яҡшырыр һәм башҡорт балына ысынлап донъя бренды булырға мөмкинлек биргән ошо үҙенсәлекле инвестиция проектын ғәмәлгә ашырырбыҙ тип ышанам", - тип белдерҙе Азат Бадранов.

"Башҡортостан" гәзите материалы файҙаланылды.

Автор:
Читайте нас