

Уның эшендә яҙыусылар, шағирҙар, журналистар, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, Салауат районы вәкилдәре һәм шулай уҡ Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йәшәүсе йәмғиәт эшмәкәрҙәре берҙәм ҡатнашты.
Башҡортостандың Яҙыусылар берлеге рәйесе Зәки Әлибаев “Рәми Ғарипов ижадының бейеклеге”, “Аҡбуҙат” журналының мөхәррире, шағирә Лариса Абдуллина “Рәми Ғариповтың мөхәббәт лирикаһы”, Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай “Замандашым хаҡында иҫтәлектәр”, Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә етәксеһе Ҡамса Мортазин “Рәми Ғарипов ижадында дуҫлыҡ темаһы тураһында уйланыу” кеүек әһәмиәтле сығыштар булды.
“Заман тиеп тамаҡ ярмаһам да, заман үҙе телеп үтте йөрәкте” - тип дуҫлыҡ, туғанлыҡ һәм ҡан- ҡәрҙәшлекте ихлас ҡайғыртҡан олуғ шәхес булды Рәми Ғарипов», - тип билдәләне үҙҙәре сығыш яһаусылар. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев замандашы хаҡында: «1967 йылда Силәбе өлкәһендә «Башҡорт әҙәбиәте көндәре»ндә Рәми ағай менән бергә ҡатнаштыҡ”, - тип матур иҫтәлектәр менән бүлеште. Шағирҙың тыуған яҡтары менән бәйләнеште нығытыу, Силәбелә йыл да Рәми Ғарипов ижадына арналған фәнни конференция ойоштороу, уның ижады буйынса ғилми-тикшеренеү эштәрен көсәйтеп ебәреү өсөн уҡыусылырҙы һәм йәштәрҙе йәлеп итеү һәм халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай илдең рухи күтәрелеш мәлендә әлеге эштәрҙе артабан да көйләү маҡсатында «Башҡортостан Яҙыусылар союзының Силәбе филиалын булдырыуҙы юллайыҡ» тигән тәҡдим белдерҙе.