

Был бөгөн баш ҡалабыҙҙа Халыҡ шағиры иҫтәлегенә арнап үткәрелгән тантаналы сараларҙың дауамы ине.
Сарала шағирҙың улы менән ҡыҙы, рәсми вәкилдәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, яҙыусылар, мәҙәниәт һәм сәнғәт даирәһе вәкилдәре, журналистар ҡатнашты.
Кисәне асып, Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов сығыш яһаны. Ул йыйылыусыларҙы Башҡортостан Башлығы исеменән тәбрикләп, шағирҙың ижадын мәңгеләштереүгә арналған эштәр тураһында һөйләп үтте. "Рәми Ғарипов юғарылығындағы шағир йөҙ йылға бер тыуалыр. Минең өсөн ул – гений", – тине Азат Шамил улы. – Рәми Ғарипов халыҡҡа ниңә шул ҡәҙәре яҡын, тигәнгә күбеһе, "халҡы, теле өсөн янып йәшәүе менән", тиер. Ә мин былай тип өҫтәр инем: ижадындағы ихласлығы менән".
Артистар әҙерләгән әҙәби-музыкаль композиция тулҡынландырғыс хәтер сараһының бер биҙәгенә әйләнде. Бында шағирҙың әҫәрҙәре яңғыраны, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар башҡарылды. Күренекле әҙибебеҙгә бағышланған “Шағир көндәлеге” фильмының тизеры ла күрһәтелде. Фильм – Рәми Ғарипов билдәһе аҫтында барған йылдың иң көтөлгән ваҡиғаһы.
Артабан йыйылған халыҡ шағирҙың уникаль архивы – ҡулъяҙмалары, бүләкләү ҡағыҙҙары, китаптары, башҡа шәхси әйберҙәренән торған күргәҙмәне ҡараны. Күргәҙмә менән шағирҙың улы Азамат Рәми улы таныштырҙы.
Үҙ халҡының, еренең, иленең тоғро улы, ысын Шағир иҫтәлегенә бағышланып, үҙе яҡты донъяға тыуған көндә үткәрелгән саралар уның рухын ҡыуандырһын.
Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.
Юлай Кәримов фотолары.