Новости
12 Февраля 2022, 05:24

Бөгөн шағир Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл

  Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә Башҡортостандың Салауат районы Арҡауыл ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуа. Һуғыш бөтөүҙең икенсе йылында тыуған ауылында етенсе класты тамамлағас, ул Өфөгә килеп 9-сы башҡорт мәктәбенә уҡырға инә, шул мәктәп янындағы интернатта тәрбиәләнә.

Бөгөн шағир Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йылБөгөн шағир Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл
Бөгөн шағир Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл

1950 йылда Мәскәүҙәге А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтына уҡырға инә. Уның хеҙмәт юлы "Совет Башҡортостаны", "Ағиҙел" баҫмалары менән бәйле. 

 

1959 йылда ул тыуған яҡтарына эшкә ҡайта. “Йүрүҙән” колхозында һәм “Һарғамыш” совхозында ул өс йыл комскомитет секретары һәм Салауат район гәзитендә хаттар бүлеге мөдире булып эшләй. Аҙаҡ ул яңынан “Совет Башҡортостаны” гәзитенең әҙәби сотруднигы була. Байтаҡ йылдар “Башҡортостан ҡыҙы” журналының яуаплы секретары вазифаһын башҡара.

 

Рәми Йәғәфәр улының тормошо һәм ижады йәштәргә лә, урта һәм өлкән быуын кешеләренә лә берҙәй яҡын, сөнки уның әҫәрҙәре - ихласлыҡ, халыҡсанлыҡ һәм ғәҙеллек сағылышы.

 

Рәми Ғарипов 1977 йылда Өфөлә вафат булды. 1988 йылда уға Салауат Юлаев исемендәге премия (үлгәндән һуң) бирелде. Әҙип Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән оло исемгә лайыҡ.

Автор:
Читайте нас