Новости
10 Февраля 2022, 08:13

Журналистика ветераны Фәнил Ҡоҙаҡаевҡа – 70 йәш!

Бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ҡырмыҫҡалы районының Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге, Күгәрсен районының Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар лауреаты, Ҡырмыҫҡалы районының почётлы гражданы Фәнил Шәмсетдин улы Ҡоҙаҡаев 70 йәшлек юбилейын билдәләй.  

Журналистика ветераны Фәнил Ҡоҙаҡаевҡа – 70 йәш!Журналистика ветераны Фәнил Ҡоҙаҡаевҡа – 70 йәш!
Журналистика ветераны Фәнил Ҡоҙаҡаевҡа – 70 йәш!
 Фәнил Шәмсетдин улы оҙаҡ йылдар дауамында республика матбуғатына хеҙмәт итә. Башҡортостан радиоһында мөхәррир, "Башҡортостан" дәүләт телевидениеһы директоры, Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары вазифаларын үтәй. 2010—2013 йылдарҙа "Тамаша" журналының баш мөхәррире йөгөн тарта. 
 
Бөгөн Фәнил Шәмсетдин улы – Башҡортостан журналистар союзы рәйесе урынбаҫары – яуаплы сәркәтибе. Бар ғүмерен башҡорт журналистикаһын үҫтереүгә арнаған хөрмәтле коллегабыҙҙы матур ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм ныҡлы сәләмәтлек, имен тормош теләйбеҙ!
 
Автор:
Читайте нас