

Тәтешле районы башҡорттары ҡоролтайынан хәбәр итеүҙәренсә, урындағы муниципаль хакимиәттәрҙә үткән аҙналыҡ кәңәшмәләрҙә башҡортса сығыш яһау башланғысы уңышлы дауам итә.
Бөгөн, мәҫәлән, хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Әлфиә Шәйнурова кәңәшмәлә башҡортса сығыш яһаны. Ул “Айыҡ ауыл” конкурсының район этабы һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.
Башҡорт телен республикабыҙҙың дәүләт теле булараҡ пропагандалау маҡсатында ултырыштарҙа ошондай тәжрибә үткәрелеүен барыһы ла хуплай. Ултырыштарҙа ҡатнашҡандар башҡорт телен яҡшы аңлай: Тәтешле халҡының алтмыш процентын башҡорттар тәшкил итә.
"Ҙур кәңәшмәләрҙә ошолай башҡортса сығыш яһау - телде үҫтереүҙең һөҙөмтәле юлдарының береһе. Мин, Тәтешле районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе булараҡ, шуны ла билдәләп үтәм: беҙҙең районда төньяҡ-көнбайыш диалектын һаҡлауға ла ҙур өлөш индерелә. Бөгөнгө кәңәшмәгә килгәндә, “Айыҡ ауыл” конкурсының район этабы һөҙөмтәләре менән таныштырҙым. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан үткәрелгән был конкурсты Тәтешле халҡы дәррәү күтәреп алды. Былтыр беҙҙең Шүлгән ауылы республикала өсөнсө урынды яуланы. Ошо нигеҙҙә алынған аҡсаға балалар майҙансығы төҙөлдө. Ул ауылда милли рухты, тамырҙарыбыҙҙы һаҡлауға ҙур өлөш индерелә. Мәғариф, мәҙәниәт учреждениеларында ошо маҡсатта бик күп саралар үткәрелә", - тип һөйләне Әлфиә Урал ҡыҙы.
Тәтешле районынан быйыл "Айыҡ ауыл" конкурсының муниципаль этабында Балтас ауылы еңеү яулаған. Милли ҡиммәттәребеҙҙе һаҡларға, үҫтерергә ынтылған тәтешлеләргә һәр йәһәттән уңыштар теләйбеҙ!
Фото: Тәтешле районы башҡорттары ҡоролтайы.