Все новости
Новости
19 Января 2022, 10:10

"Ватандаш" журналының ғинуар һаны донъя күрҙе!

Дуҫтар, "Ватандаш" журналының һыуығай һанын ҡаршы алығыҙ!

"Ватандаш" журналының ғинуар һаны донъя күрҙе!
"Ватандаш" журналының ғинуар һаны донъя күрҙе!

Ғинуар һанында журналыбыҙҙың 25 йыллығына арналған саралар сиктәрендә Ә.-З.Вәлиди исемендәге Милли китапханала уҙғарылған Түңәрәк өҫтәл материалдары менән танышырға мөмкин. "Йәмғиәт" бүлегендә шулай уҡ Р.Аҫылғужиндың - салйоғот ырыуы, З.Мәһәҙиеваның күренекле журналист Фәрит Фәтҡуллин хаҡындағы мәҡәләләре урын алған.

"Фән" бүлегендә уҡыусылар иғтибарына тарихсы Рәмил Рәхимов менән әңгәмә тәҡдим ителә. Ошонда уҡ Ю.Ергиндың "Аҡһаҡ ишан", Г.Хөсәйенованың сәсәндәр мәктәбе һәм мәшһүр сәсән М.Буранғолов тураһындағы мәҡәләләре менән танышырға мөмкин.

"Әҙәбиәт" блогында шағирә З.Ҡотлогилдина шиғырҙары, М.Ямалетдиновтың - "Һуңғы йот" ("Последний джут"), яҡут яҙыусыһы Н.Лугиновтың "Восхождение" повестары тәҡдим ителә.

Автор:
Читайте нас: