Новости
13 Января 2022, 05:21

Рәсәй матбуғаты көнө менән!

  Журналистарҙы, полиграфистарҙы, нәшриәтселәрҙе, гәзит һәм журналдар редакциялары хеҙмәткәрҙәрен, журналистика ветерандарын  Рәсәй Матбуғаты көнө менән ҡотлайбыҙ!

Рәсәй матбуғаты көнө менән!Рәсәй матбуғаты көнө менән!
Рәсәй матбуғаты көнө менән!

1703 йылдың 13 ғинуарында Рәсәйҙә, батша Петр 1-се указына ярашлы, “Ведомости” газетаһының 1-се һаны донъя күрә. Ошо ваҡиға айҡанлы, 1991 йылдан алып 13 ғинуарҙа Рәсәй матбуғаты көнө билдәләнә башлай. Беҙҙең илдә 50 меңгә яҡын төрлө гәзит-журнал нәшер ителә. Рәсәй матбуғаты көнө республикабыҙҙа теркәлгән бер меңдән ашыу хеҙмәткәр өсөн дә әһәмиәтле.

Элек-электән матбуғат һүҙенә ҡараш айырылып торҙо. Уға ышаналар, авторҙар фекеренә ҡолаҡ һалалар, ә журналистарҙың хеҙмәтен ихтирам итәләр, сөнки матбуғат – йәмғиәт тормошо, донъяла, илдә һәм республикалағы ваҡиғалар тураһында дөрөҫ мәғлүмәт еткереүсе механизм.

Һөнәрҙәштәребеҙгә һаулыҡ һәм бәхет, яңы ҡыҙыҡлы фекерҙәр һәм сағыу уңыштар теләйбеҙ!

Автор:
Читайте нас