Все новости
Новости
22 Декабря 2021, 16:22

«Ватандаш» журналының декабрь һаны донъя күрҙе!

2021 йылдың һуңғы һанында журнал уҡыусыларҙы мәғлүмәтле, файҙалы, күңелгә йәм бирерҙәй мәҡәләләр, һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр көтә. Шуларҙың ҡайһы берҙәренә айырым туҡталып китәйек.

«Ватандаш» журналының декабрь һаны донъя күрҙе!
«Ватандаш» журналының декабрь һаны донъя күрҙе!

 Философия фәндәре кандидаты Рәфил Аҫылғужин билдәләүенсә, ҙур булмаған башҡорт ырыуы Һеңрәндәр тарихи Башҡортостан буйлап һибелгән. Улар тарихи карталарҙа ла сағылған: швед ғалимы Филипп Страленбергтың 1730 йылғы “Рәсәй Империяһының һәм Себерҙең дөйөм картаһы”нда Һеңрәндәр Бикәтин, Салйоғот, Терһәк, Әйле ырыуҙары менән бер рәттән билдәләнгән. Голланд нәшерсеһе Исаак Тириондың 1734 йылғы картаһында ла улар бар.

Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Синара менән Ҡараболаҡ йылғалары буйҙарында, Кәҫле, Үрге Өфәлей райондары биләмәләрендә элек Һеңрән ырыуы башҡорттары йәшәгән. Ырымбур өлкәһенең Тоцк районында улар нигеҙ һалған Ҡондоҙлотамаҡ, Ҡыҙыл Мәсет ауылдары һаҡланған. Һеңрән ырыуы вариҫтары Башҡортостандың көнбайышындағы Илеш районының Һеңрән ауылы, Йәрмәкәйҙең Ҡолбай ауылында көн күрә.

Мәҡәләнән күренеүенсә, Һеңрән исеменең ҡайҙан килеп сығыуы, нимә аңлатыуы тураһында төрлө фекерҙәр йәшәй. Тарихи әҙәбиәттә “һеңрән” этнонимы (русса сынрян) “коми-зырян” тигән исемдән килеп сыҡҡан тигән фараз йөрөй, ни өсөн тигәндә 17-18 быуаттарҙағы документтарҙа һеңрәндәр зыряндар, йәиһә сыряндар тип яҙылған. Был фараз менән Рәил Кузеевтың ҡарашы тап килмәй.

Ошо һәм башҡа мәғлүмәттәр Һеңрән ырыуына ҡараған яҡташтарыбыҙ өсөн, үҙ тарихын, килеп сығышын өйрәнеүселәр өсөн айырыуса файҙалы булыр.

 Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларын беҙ күберәк архив мәғлүмәттәре, кинохроника аша беләбеҙ. Декабрь һанында журнал уҡыусыларға был йәһәттән уникаль мөмкинлек бирелә. Улар үҙ күҙҙәре менән немец документтары менән таныша ала.

Өфө тарихсылары менән тыуған яҡты өйрәнеүселәр немецтарҙың Өфөгә килеп етеү ихтималлығы тураһында бәхәс ҡора. Ә немецтар Өфөгә килеп етеүҙе генә түгел, 1943 йылдың йәйендә Саратов менән Горький ҡалаларын бомбаға тотҡандан һуң, Өфө менән Ҡазанға күсеүҙе ниәтләгән. Һуңынан, Сталинградты алғандан һуң вермахт ҡораллы көстәре юғары командованиеһы төньяҡҡа табан йүнәлеш тотоп, Саратовты алып, Урал төбәгендәге ҡалаларҙы баҫып алырға уйлаған, тип яҙа философия фәндәре кандидаты Айрат менән аспирант Руслан Баһауетдиновтар. Быны авторҙар тап булған карталар иҫбатлай.

2020 йылда Башҡорт дәүләт университеты нәшриәтендә бик уникаль хеҙмәт баҫылғайны. Ул Рәсәй оборона министрлығының Үҙәк архивы тарафынан 2013-2019 йылдарҙа киң ҡатлам уҡыусыларға сығарылған немец документтары материалдарын файҙаланып нәшерләнгән. 50 описте тәшкил иткән 28 мең дело интернетта ирекле ҡулланыуҙа, йәиһә теләгән һәр кеше уларҙы ҡарай ала. Журнал уҡыусылар “1943 йылдың апрелендә Башҡортостан территориһында немец һауа ғәскәрҙәренең бомбаға тотоу нөктәләре” документының немец теленән тәржемәһен уҡый ала, йәки Өфөнөң һәм башҡа республика ҡалаларының аэрофотоһүрәттәрен күрә ала.

Тарих фәндәре кандидаты, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Эльза Миһранова ғүмерлек эшен башҡорттарҙың этнографияһын өйрәнеүгә бағышлаған. Уның “Башҡорттарҙың традицион туҡланыу системаһы. Тарихи-этнографик очерктар” китабы уҡыусылар араһында әленән-әле киң ҡулланыла. Уны баҫтырыу өсөн автор 15 йыл буйы мәғлүмәт йыя. Тағы нимәһе иғтибарға лайыҡ – ғалимә, 1859 йылғы рәүиз әкиәттәрен, шулай уҡ быуындан-быуынға тапшырылған шәжәрә мәғлүмәттәрен файҙаланып, нәҫелен 10-сы быуынына тиклем өйрәнгән. Әлеге ваҡытта ғалимә коллегалары менән ҡала башҡорттарына арналған проект өҫтөндә эш алып бара. Миләүшә Мөхәмәтйәнова менән әңгәмәһендә ғалимә журнал уҡыусыларға ғаиләһе, яратҡан темалары, киләсәккә уй-ниәттәре тураһында бәйән итер.

Башҡортостан республикаһының федераль именлек хеҙмәте идаралығының архивында Ғәбиҙулла Ҡорбанғәлиевтың тәфтиш эше һаҡлана. Ул халыҡта “Аҡһаҡ ишан” исеме аҫтында билдәле. Кем ул аҡһаҡ ишан? Ябай тел менән әйткәндә, ул Әхмәтзәки Вәлидиҙең оппоненты. Уның тураһында Вәлиди үҙенең хәтирәләрендә былай тип яҙа: «21 июль 1-се Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡатнашыу өсөн Ташкенттан Ырымбурға килдем... Унда дәүләт идаралығы һәм ер мәсьәләһе буйынса доклад уҡыным. Тап ошонда көслө алҡыштар аҫтында бер тауыштан милли-сәйәси автономия төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Арғаяш кантонында Ҡорбанғәлиев тигән башҡорттар йәшәй ине. Уларҙың ҙур ерҙәрҙе биләй ине. Минең ер мәсьәләһенә бәйле докладым эре ер биләмәләрен бүлеү тураһында булғас, улар миңә ҡаршы сыҡты, әммә уларҙы күтәреп яҡлаусы булманы. Съезда консерватив ҡарашлы Ғәбделхәй Ҡорбанғәлиев тәү сиратта дин мәсьәләһенә өҫтөнлөк биреүҙе яҡлап сыҡты».

Тарих” рубрикаһында урын алған Юрий Ергиндың мәҡәләһе архив мәғлүмәттәренә, факттарға, төрлө документтарҙан алынған өҙөктәргә бай, автор журнал уҡыусыларҙы Вәлидов менән Ҡорбанғәлиевтар араһындағы хәлгә ситтән ҡарарға һәм һығымта яһарға саҡыра.

Тормоштан ваз кисеү, йәм тапмау, төңөлөү осраҡтарынан бөгөн берәү ҙә азат түгел. Ундай ваҡытта беҙ күберәк дингә, доғаларға таянабыҙ. Һәм дөрөҫ эшләйбеҙ ҙә икән. Педагогика фәндәре кандидаты Венера Алғушаева билдәләүенсә, ислам динендә депрессияны еңеү, булдырмау өсөн фәнни концепция булдырылған. Тормошоғоҙҙоң йәме киткән, ҡулығыҙға эш бармаған саҡта ниндәй доғалар уҡырға кәрәклеге тураһында һәм башҡа файҙалы кәңәштәрҙе “Психология” рубрикаһында белерһегеҙ.

 Әҙәбиәт бүлегендә Мәүлит Ямалетдиновтың 1921-22 йылдарҙағы аслыҡ тураһындағы “Һуңғы йот” повесының Булат Усманов тарафынан руссаға тәржемәһе лә уҡыусы иғтибарына лайыҡ.

 

Автор:
Читайте нас в