Все новости
Новости
8 Декабря 2021, 10:55

“Ашҡаҙар” радиоһында - башҡорт классик музыка көнө

9 декабрҙә республиканың «Ашҡаҙар» радиоһында моң донъяһында билдәле мәшһүр шәхестәребеҙҙең тауышын ишетеү мөмкинлеге бар.

“Ашҡаҙар” радиоһында - башҡорт классик музыка көнө
“Ашҡаҙар” радиоһында - башҡорт классик музыка көнө

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов: «Салауат увертюраһы минең өсөн һәр саҡ көтөп ала торған милли хистәр байрамы!» - тигән. Башҡорт классик музыка көнөндә танылған журналист Фәниә Сөләймәнованың Башҡортостан радиоһының «Алтын фондында» һаҡланған «Салауат» һәм башҡа бик күп опералар авторы Заһир Исмәғилев тураһындағы очергы эфирға сыға.

Журналист Зифа Фәйзуллинаның Салауат образын бар тулылығында асыуға өлгәшкән йыр сәнғәте маһиры Мәғәфүр Хисмәтуллин менән әңгәмәһе бөгөн дә тыңлаусыларҙы уйланырға мәжбүр итә.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим:

«Көй белгәндәр, әйҙә, көй көйләһен, тартынмаһын ундай һәләт булғас.

Иман итеп шуға инанайыҡ, моң тынмаһа, ғаләм һәләк булмаҫ!» - тип яҙған. Ғәжәйеп моң эйәһе, республиканың халыҡ артисы Рәил Кучков тураһындағы тапшырыу халҡыбыҙҙың мәңгелек ҡиммәттәре тураһында.

Мәскәү консерваторияһы янындағы башҡорт студяһында белем алып ҡайтҡан композиторҙарыбыҙҙың береһе Рәүеф Мортазин менән әңгәмәне тиҫтә йылдар үткәс тыңлау ҙа фәһемле булыр.

«Музыкаһыҙ тормош хата булыр ине. Беҙҙең редакция хеҙмәткәрҙәре немец философы Фридрих Ницшеның был фекере менән тулыһынса килешә. Һәр осорҙоң, һәр замандың музыка ла, йыр-моңдар ҙа үҙ төҫө, үҙ йөҙө, үҙ буяуҙары. Беҙҙең заман музыкаһы ниндәй төҫтә, ниндәй буяуҙарҙа? Ошо һәм башҡа һорауҙарға билдәле журналист Урал Ниғмәтуллин музыка белгесе, Өфө сәнғәт колледжы уҡытыусыһы Гөлшат Ғәйетбаева менән бергәләп яуап эҙләйәсәк», - ти «Ашҡаҙар» радиоһы етәксеһе Гәүһәр Батталова.

Радио хеҙмәткәрҙәренә һорау, теләк-тәҡдимдәрен еткерергә теләүселәр: 8 (347) 246-14-81 телефонына шылтырата ала. «Ашҡаҙар» тулҡындарында бергә йөҙәйек!

Автор:
Читайте нас: