Все новости
Новости
25 Ноября , 21:22

Языково ауылында яңы кинозал асылды

25 ноябрҙә Благовар районы Языково ауылында бар уңайлыҡтары булған "Звездный" кинозалы асылды.

Языково ауылында яңы кинозал асылды

Благовар районындағы  кинозал 500 меңгә тиклем кеше йәшәгән тораҡ  пункттарҙа тормошҡа ашырылған проект сиктәрендә Кино фонды тарафынан тормошҡа ашырылған. "Мәҙәниәт" милли проектының "Мәҙәни мөхит" Федераль проектына ярашлы, район кинозал өсөн заманса йыһаз һатып алыуға грант отҡан. Бүленгән аҡсаға күп каналлы тауыш системаһы, һанлы проектор, экран, сервер һәм фильмдар күрһәтеү, билет һатыу өсөн башҡа кәрәк-яраҡ һатып алынған. 

Бөгөн кинозалда тәүге тамашасылар йыйылды. Тамаша алдынан Благовар районы Хакимиәте башлығы Марат Йосопов һүҙ алды, унан теләге булған һәр кем бушлай "Йыл ғаиләһе" (Рәсәй, комедия, 12+) фильмын  ҡараны.

Языково ауылында яңы кинозал асылды
Автор: