Все новости
Новости
25 Ноября , 19:15

Милли музейҙа “Ҡорама биҙәге: Евразия халыҡтарының йолалары һәм сәнғәте”күргәҙмәһе асыла

Иртәгә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында Рәсәй этнография музейында (Санкт-Петербург) һаҡланған экспонаттарҙан төҙөлгән “Ҡорама биҙәге: Евразия халыҡтарының йолалары һәм сәнғәте” тип аталған күсмә күргәҙмә асыла. Ошо уңайҙан бөгөн Милли музейҙа матбуғат конференцияһы ойошторолдо.

Милли музейҙа “Ҡорама биҙәге: Евразия халыҡтарының йолалары һәм сәнғәте”күргәҙмәһе асыла

Иртәгә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында Рәсәй этнография музейында (Санкт-Петербург) һаҡланған экспонаттарҙан төҙөлгән “Ҡорама биҙәге: Евразия халыҡтарының йолалары һәм сәнғәте” тип аталған күсмә күргәҙмә асыла. Ошо уңайҙан бөгөн Милли музейҙа матбуғат конференцияһы ойошторолдо. Унда Рәсәй этнография музейы Волга буйы һәм Урал буйы халыҡтары бүлегенең ғилми хеҙмәткәре, Рус география йәмғиәте Санкт-Петербург бүлексәһенең яуаплы секретаре Александра Александровна Песецкая, Башҡортостан Республикаһы Милли музейының генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Илгиз Рәхимйән улы Хәйруллин, музейҙың күргәҙмә эштәрен ойоштороу һәм үткәреү секторы мөдире Алһыу Исрафил ҡыҙы Мостафина ҡатнашты.

“Был Рәсәй этнография музейы менән республика Милли музейының тәүге уртаҡ проекты түгел, 2015 йылда Өфөгә Санкт-Петербургтан “Үҙәк Евразияның традицион мәҙәниәте: Ебәк юл мираҫы” тип аталған күргәҙмә килгәйне, – тип билдәләп үтте Илгиз Рәхимйән улы.

“Күсмә күргәҙмәнең нигеҙендә – йөҙ йылдан ашыу тарихы булған һәм ярты миллиондан ашыу экспонатты һаҡлаған Рәсәй этнография музейындағы әйберҙәр, – тине Александра Александровна. – 120-нән ашыу экспонат: кейем-һалым элементтары, йорт йыһаздары, уйынсыҡтар һ.б.күрһәтеләсәк. Был әйберҙәр Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә, Көнсығыш Европала, Азия, Кавказ халыҡтарында XIX быуаттан алып беҙҙең көндәргәсә ҡорама ҡорау традицияһының үҫешен күрһәтә. Килтерелгән экспонаттарҙың иң боронғоһо – XIX быуат башына ҡараған удмурт яулығы”.

Күсмә күргәҙмәгә башҡорттарҙың матди мәҙәниәтен сағылдырған өс экспонат – XIX быуатта С.Руденко тарафынан ойошторолған экспедициялар ваҡытында табылған әйберҙәр ингән. Шулай уҡ Милли музейҙа һаҡланған ун экспонат та был күргәҙмәне тулыландырасаҡ.

Проект сиктәрендә Рәсәй этнография музейы эксперттары Евразия халыҡтарында ҡорама ҡорау йолалары хаҡында һөйләйәсәк, белгестәр ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрәсәк.

Күргәҙмә иртәгә, 26 ноябрҙә асылып, 15 декабргә тиклем эшләйәсәк.

Милли музейҙа “Ҡорама биҙәге: Евразия халыҡтарының йолалары һәм сәнғәте”күргәҙмәһе асыла
Автор:Миляуша Мухаметьянова