Все новости
Новости
24 Ноября , 17:01

Яҡташыбыҙ Азамат Сәфәрғәлин Төркиәлә еңеү яуланы

Учалы районы Ҡотой ауылы егете Азамат Сәфәрғәлин илебеҙҙең мәғариф проекты буйынса Таджикистан республикаһының Бустон (Худжанд) ҡалаһында аҡыллы һәм һәләтле балалар өсөн Президент мәктәбендә химия һәм биология дәрестәрен уҡыта. Әле уның уҡыусылары Төркиәнең Анталия ҡалаһында «International olympiad Antaliya 2021» халыҡ-ара олимпиадаһында ҡатнашып, еңеү яулап ҡайтты.

Яҡташыбыҙ Азамат Сәфәрғәлин Төркиәлә еңеү яуланы

Олимпиада математика, химия, биология, география, рус теле һәм донъя тарихы фәндәренән уҙған.

Барыһы 2 мең ҡатнашыусы араһынан яҡташыбыҙҙың уҡыусылары биологиянан Беренсе урынды яулаған! Икенсе һәм өсөнсө урындар ҙа - уларҙа.

Афарин, ҡотлайбыҙ! Башҡорт егеттәре бер ҡайҙа ла һынатмай!

 

Автор:Гульназ Рахметова