Все новости
Новости
20 Октября 2021, 14:12

"Ватандаш" журналының октябрь һаны донъя күрҙе

Ватандаш журналының ҡарасай һаны көҙгөсә мул уңышҡа, сағыу мәҡәләләргә бай булмаҡсы. Шуларҙың ҡайһы берҙәренә айырым туҡталып китәйек.

"Ватандаш" журналының октябрь һаны донъя күрҙе
"Ватандаш" журналының октябрь һаны донъя күрҙе

“Һөнәрем буйынса мин инженер-төҙөүсе, төҙөлөш институтын тамамланым һәм ғүмер буйына ошо өлкәлә эшләнем. Бөтөн хеҙмәтем күсемһеҙ милек, маркетинг кеүек етди өлкәләр менән бәйле булды. Һәм ҡырҡ-ҡырҡ биштәр тирәһендә, бына нисек аңлатырға... «шулай уҡ та был тормошом ошолай күңелһеҙ һәм буш үтерме икән?» тигән төшөнкө уйҙар килә башланы. Мин йәшәйеште күҙәттем һәм үҙемә яуаплы эш кенә түгел, ә ижади эшмәкәрлек тә кәрәк икәнлеген аңланым. Һәм баш вата башланым: нимә менән булырға? Был тәңгәлдә шундай үҙенсәлек тарта ине: шөғөл тап рухи ҡиммәттәремә бәйле һәм йәнемә шифа бирерлек булырға тейеш. Һәм мин һатыуҙа башҡорт сувенирҙары, биҙәүестәре юҡлығына иғтибар иттем. Бынан 7-8 йыл элек улар ысынлап юҡ кимәлендә ине бит. Ошо фекерҙә туҡталғас та әле шәхси теләктәремде, ихтыяжымды ҡәнәғәтләндергәнен эҙләнем: балсыҡмы, ағасмы, тауармы һәм башҡалар. Бының өсөн өс йыллап тик күргәҙмәләр, кәсепселәр йәрминкәләре буйлап ҡына йөрөнөм. Ысынында, баш әйләнеп китте. Тәҡдим ителгән тауарҙар һатыуға «башҡорттоҡо» тип сығарыла, әммә бер ниндәй ҙә иҫбатлаусы дәлилдәре юҡ ине. Етештереүселәр был өлкәне өйрәнмәгән һәм аңлата ла алмайҙар. Ошоларҙы белгәс, мин ниндәй уҡыу йорттарында әлеге белемде алып була икән, тип белешә башланым һәм Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының магистратураһына уҡырға индем. Һыҙыҡ өҫтөнә алам – көндөҙгө уҡыу бүлегенә. Шунда минең быға тиклем үҙем белмәгән, хатта уйламаған һәләттәрем асылды. Бигерәк тә дизайн, иҡтисад, компьютерҙа программалау буйынса”.

Ғүмере буйы етди һөнәргә хеҙмәт иткән, йылдар үткәс йәне таптырған шөғөл менән мауыға башлаған, улай ғына ла түгел, был тәңгәлдә ярайһы уҡ юғары ҡаҙаныштарға ирешкән кешеләрҙең тормош юлы һәр саҡ һоҡланыу тыуҙыра. Замандаш рубрикаһының геройы Зөлфиә Краснова быға асыҡ миҫал! Күңелеңә ятҡан эш менән булышһаң әллә ҡайҙан көс-дәрт тә, идеялар ҙа, фантазия ла килеп тыуа, мөмкинлектәр ҙә асыла ти ул. Эшлекле ханымдың 50 йәшкә етеп бөтөнләй яңы шөғөлгә ылығыуының, уңыштарға ирешеүенең тарихы журнал уҡыусыларға ла дәрт өҫтәр, әлегә тиклем күңеле тартҡан эшкә тотонорға баҙнат итмәгәндәргә этәргес булыр.

 

Рәфил Аҫылғужиндың “Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу-2021” рубрикаһында урын алған мәҡәләһе Силәбе менән Свердловск өлкәһендә һәм шулай уҡ Башҡортостандың Мәсетле районында көн күргән башҡорттарға айырыуса фәһемле булыр. Автор билдәләүенсә, башҡорт халҡы Урал – Волга буйы ерҙәре биләмәһендә формалашҡан. Был ерҙәрҙе Тарихи Башҡортостан тип беләбеҙ. Бына ошо Тарихи Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында, Ҡариҙел менән уның ҡушылдыҡтары Бисерт, Сергә, Боғалыш, Әй йылғаларының үҙәнендә Һыҙғы, Өпәй, Ҡошсо ырыуҙары урынлашҡан булған. Әлеге көндә ошо ырыуҙар вәкилдәре Башҡортостанда, Свердловск һәм Силәбе өлкәләрендә йәшәй. Архив материалдарына таянып яҙылған төплө мәҡәлә шәжәрә менән ҡыҙыҡһыныусыларға ҙур ярҙам булыр.

 

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһың тарихы күптән өйрәнелһә лә, уның тураһында яңынан-яңы факттар, мәғлүмәттәр сығып тора. Башҡорт дәүләт университеты нәшриәтендә “Генерал-майор Шайморатовтың һуңғы алышы” тигән хрестоматия бағылып сыҡҡайны. Нимәһе менән уникаль һуң был китап? Философия фәндәре кандидаты Айрат Баһауетдинов әйтеүенсә, был китапта 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының һуңғы көндәре немец ғәскәрҙәренең документтарына таянып бәйән ителә. Уникаль мәғлүмәттәр, факттар, документтар менән журнал уҡыусылар ҙа “Бөйөк Ватан һуғышы бушланыуға 80 йыл” тип аталған рубрикала таныша ала.

 

“Ҡайһы бер кешеләр ғүмере буйы яратып һайлаған һөнәренә, эшенә, шөғөлөнә тоғролоҡ һаҡлап, оло ҡаҙаныштарға, абруй, хөрмәткә  ирешеп , янындағы шундай уҡ фекерҙәше менән рухташ, замандаш булып китеүсән. Был ғалимдар тыуҙырған ғилем мөхите өсөн дә ғәҙәти күренеш. Ярты быуат буйы иңгә-иң терәшеп бергә атлаған, күптән коллега ғына түгел, ағай-ҡусты, дуҫ-ҡорҙаш булып киткән билдәле фольклорсы-ғалим, Башҡортостан Фәндәр академияһының почетлы академигы Әхмәт Сөләймәнов менән күренекле әҙәбиәт белгесе Ғиниәтулла Ҡунафин – ана шундайҙарҙан ине”, тип яҙа Әхмәт Сөләймәновтың ҡыҙы, филология фәндре докторы Нәркәс Хөббитдинова.

Бөгөнгө башҡорт әҙәбиәт ғилеменең авангардында барған ҙур ғалим-педагог, хөрмәтле уҡытыусы, йәмәғәт эшмәкәре, БДУ профессоры, Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, Халыҡ-ара төркиәт академияһы академигы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, Рәсәйҙең юғары профессиональ мәғарифының почетлы хеҙмәткәре Ғиниәтулла Сафиулла улы Ҡунафиндың 75 йәшлек юбилейы уңайынан, ғалимә остазының ижад биографияһына бәйле фекер-ҡараштарын һәм иҫтәлектәрен журнал уҡыусыларына еткерә. Заман дауылдарында сынығып, үҙен ысын кеше, шәхес булараҡ юғалтмаған, башҡорт фәнен юғары кимәлгә күтәреп, байытып, үҫтереүгә ирешкән, хәҙер инде хөрмәтле вә ғиззәтле ил ағаһына әйләнгән ғалим тураһында “Башҡортостан ғалимдары” рубрикаһында уҡырһығыҙ.  

 

Автор: Гөлназ Рәхмәтова.

Автор:Гульназ Рахметова
Читайте нас: