Все новости
Новости
19 Октября 2021, 10:12

Испания башҡорттары этник фестивалдә ҡатнашҡан

Барселонала йәшәүсе ватандашыбыҙ Гөлгөнә Ғәйнуллина "Фейсбук"тағы сәхифәһендә милләттәштәребеҙҙең сағыу сарала ҡатнашыуы хаҡында яҙған. Испанияла йәшәүсе халыҡтарҙың этник мәҙәниәт фестивале Матаро ҡалаһында уҙғарылған.

Испания башҡорттары этник фестивалдә ҡатнашҡан
Испания башҡорттары этник фестивалдә ҡатнашҡан

Яҡташтарыбыҙ байрамда башҡорт бейеүҙәре, йырҙары менән сығыш яһап, тамашасыларҙы һәм ойоштороусыларҙы таң ҡалдырған.
"Беҙ, Барселона, Севилья, Сарагоса ҡалаларында көн итеүсе башҡорт диаспораһы, милли үҙенсәлегебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, традицияларыбыҙ, аш-һыуыбыҙ менән бүтән ҡәүемдәрҙе лә таныштырабыҙ. Ғорурлыҡ менән шуны әйтә алам: испан халҡының һоҡланыуы сикһеҙ!" - тип яҙа Гөлгөнә ханым үҙенең социаль селтәрендә.

Испания башҡорттары этник фестивалдә ҡатнашҡан
Испания башҡорттары этник фестивалдә ҡатнашҡан
Испания башҡорттары этник фестивалдә ҡатнашҡан
Автор:
Читайте нас: